Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Осраған ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, эштәрегеҙҙе уңышлы ғына башҡара алырһығыҙ. Бәғзеләр икенсе эшкә күсеү тураһында уйлана башлар. Әлегә ашыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Белешегеҙ, күҙәтегеҙ, уйланығыҙ...
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна мөһим һөйләшеүҙәр үткәреү, имтихандар биреү өсөн уңайлы. Үҙегеҙҙе тыныс тота белеүегеҙ һәр саҡ ярҙам итер. Был арала алған тәжрибәгеҙҙең бик тиҙҙән кәрәге тейер. Йомалағы ваҡиғалар киләсәгегеҙ өсөн әһәмиәтле буласаҡ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Осор тырыш кешеләр өсөн уңышлы. Ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү өсөн уңайлы мәл килеп сығыр. Бының өсөн тәжрибәле кешенең ярҙамын да эҙләргә тура килер, бәлки. Ялҡауыраҡтар аҙнаны тыныс үткәрер.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Уңайлы мәлдәр осрап торор. Тик уңышҡа өлгәшеү өсөн бер аҙ тәүәккәллек күрһәтергә кәрәгер. Һәр саҡ һаҡ эш итергә өйрәнгәндәр әүҙемлек күрһәтһә, бигерәк тә уңыр. Элек боҙолған араларҙы яңынан тергеҙеү мөмкинлеге булыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Уңыштарға еңел генә өлгәшергә өйрәнгәндәр өсөн аҙна ауырыраҡ килер. Алда етди ҡыйынлыҡтар һәм бөтөнләй көтөлмәгән ҡаршылыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Шулай ҙа кәйефегеҙ төшмәһен – барыһы ла һәйбәт тамамланасаҡ. Файҙалы тәжрибә лә туплай алырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙнаны уңышлы үткәрерһегеҙ. Күңелегеҙҙе күтәрерлек осрашыуҙар ҙа булыр. Һис тә уйламаған йүнәлештә һиҙелерлек алға китерһегеҙ. Ситтән ҡарағанда, был хәл осраҡлы ғына кеүек. Ул тик хәҙерге уңыштарығыҙ – элек башҡарған эштәрегеҙҙең һөҙөмтәһе.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Осор ыңғай хәлдәр менән иҫегеҙҙә ҡалыр, моғайын. Күптәр яҡындары менән араһын нығытыр. Быға башҡаларҙың эштәре менән ихлас ҡыҙыҡһыныуығыҙ ҙа булышлыҡ итер. Йондоҙҙар элекке бурыстарығыҙҙы ла ҡайтарырға кәңәш итә.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Үҙгәреүсән ваҡиғаларға һәр саҡ тыныс ҡарауығыҙ ярҙам итер. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ниндәйҙер элекке мәсьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ. Шулай ҙа был арала уҡып йөрөгәндәргә бигерәк тә ауыр буласаҡ. Икенсе яҡтан, шәхси мөнәсәбәттәрҙә мотлаҡ уңырһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна һис тә еңел килмәҫ кеүек. Ләкин шишәмбелә ҡатмарлы хәлде лә үҙ файҙағыҙға бороп ебәрә алырһығыҙ. Ҡайһы ваҡыт яҡшы таныш кешеләрҙе лә ҡыйын аңларһығыҙ. Бындай саҡта тулыһынса эске тауышығыҙға таянығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡәҙимге, өйрәнгән эштәр ҙә уйламағанса яй барыр һымаҡ. Һәр яңылыш аҙымығыҙҙың тәрән һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал. Иң беренсе һеҙҙән даими иғтибарлыҡ талап ителә. Йыш ҡына ышанысһыҙ кешеләр менән эш итергә тура килер, шуға уяу булығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Йорт мәшәҡәттәренән һис тә ҡотолоп булмаҫтыр. Улар өҫтәмә сығымдар ҙа талап итер. Ҡыйын булһа ла, аҡсағыҙҙы иң кәрәкле нәмәгә йәлләмәҫкә ҡушыла. Төп эшегеҙҙә өҫтәмә йөкләмә бирерҙәр. Улар әллә ни ауыр булмаһа ла, күп ваҡытығыҙҙы алыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡатмарлы аҙна. Кеше араһында йыш булырһығыҙ. Бер ниндәй серҙе лә йәшереп булмаҫ – артығыҙҙан күҙәтеүселәр бар. Күп һорау биргән кешеләр менән аралашмағыҙ. Кесе йомала ишеткән тәҡдимдәргә ризалыҡ бирергә ашыҡмағыҙ.