Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
13 Март 2020, 15:58
Маракканса күбекле ҡоймаҡ
Йома ҡоймағын бешерергә әҙерһегеҙме?Улайһа бөгөн Маракканса күбекле ҡоймаҡ ҡояйыҡ.
Йома ҡоймағын бешерергә әҙерһегеҙме?
Улайһа бөгөн Маракканса күбекле ҡоймаҡ ҡояйыҡ.
Ммм. Күпереп торған был ҡоймаҡта 1001 күҙ бар. Бының өсөн ни бары он, май, йомортҡа һарыһы, манный ярмаһы ғына кәрәк була. Ҡоймаҡ үҙе иһә бер яҡтан ғына бешерелә, икенсе яғын әйләндерергә кәрәкмәй.
Башланыҡмы?
Ингредиенттар: 650 мл һыу, 300 гр он, 100 гр манка, 2 йомортҡа һарыһы, 1 балғалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ үҫемлек майы, ярты балғалаҡ әсетке, ярты балғалаҡ разрыхлитель, 1 семтем тоҙ.
Тәрән һауытта бар ҡоро ингридиенттарҙы ҡушып болғатабыҙ. Май, йомортҡа һарыһын, әҙ-әҙләп йылы һыу ҡушабыҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ.
2 минут дауамында миксер менән туҡыйбыҙ. Ярты сәғәт ултыртып торабыҙ.
Ҡамырҙың әсеп, күтәрелгәнен көтәбеҙ.
Һүрән генә утта бешерә башлайбыҙ. Өҫ яғы кипкәс, ҡоймаҡ әҙер була.
Был ҡоймаҡты бал менән бергә иретелгән аҡ майҙы ҡушып яһалған соус менән ашайҙар.
Өҫтәлегеҙ йәмле, сәйегеҙ татлы булһын!
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?