Файҙалы кәңәштәр
10 Марта 2020, 18:55

Яҙ иртә килә тиҙәр, дөрөҫмө?

Синоптиктар был хаҡта нимә тип белдерә?

Добавить в предпочтительные источники Google
Быйыл яҙ иртә килә, тиҙәр. Ысынында ла шулаймы?
Синоптиктар был хаҡта нимә тип белдерә? Уларҙың хәбәр итеүенсә, йылғаларҙың ике аҙнаға иртәрәк боҙҙан әрселеүе көтөлә. Йылға-күлдәрҙә һыу запасы нормаға тура килә, әммә көҙөн тупраҡ 50-60 процентҡа күберәк дымланған. Был аҙнала температура +6 градусҡа тиклем күтәрелеүе ихтимал. Ошондай шарттарҙа ҡарҙың тиҙерәк иреүе һәм йылғаларҙың боҙҙан иртәрәк әрселеүе ихтимал.
Бына шулай, дуҫтар,. Тимәк яҙҙың иртәрәк килеүе көтөлә. Кемдер "Урааа! " тип ҡыуаныр, бәғзеләр киреһенсә. Ә шулай ҙа килер көнгә ҡыуанып йәшәйек!