Һаҡмар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Февраль 2020, 09:55

Үҙеңде ярат һәм барыһы ла яҡшы булыр!

Күрәҙәселәр, сиғандар, экстрасенстар... Уларҙың беҙҙең тормошҡа ныҡлап үтеп инеүен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Ҡулға эш бармау, күңел төшөнкөлөгө, кейәүгә сыға алмау... Билдәһеҙлектән тамам арыған кешеләр булмаған аҡсаһын бар итеп, “үтә күреүселәргә” ашыға. Уларҙың яуабы әҙер: “Һеҙгә алама сихыр һалынған. Бар уңышһыҙлыҡ шунан”. Бер нисә “сеанс”ҡа йөрөп алған кеше үҙендә көс-ғәйрәт тоя, быға тиклем тормош юлдашын таба алмағандар көтмәгәндә мөхәббәтен осрата... Нисек ышанмаҫһың шунан күрәҙәселәргә?!

Күрәҙәселәр, сиғандар, экстрасенстар... Уларҙың беҙҙең тормошҡа ныҡлап үтеп инеүен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Ҡулға эш бармау, күңел төшөнкөлөгө, кейәүгә сыға алмау... Билдәһеҙлектән тамам арыған кешеләр булмаған аҡсаһын бар итеп, “үтә күреүселәргә” ашыға. Уларҙың яуабы әҙер: “Һеҙгә алама сихыр һалынған. Бар уңышһыҙлыҡ шунан”. Бер нисә “сеанс”ҡа йөрөп алған кеше үҙендә көс-ғәйрәт тоя, быға тиклем тормош юлдашын таба алмағандар көтмәгәндә мөхәббәтен осрата... Нисек ышанмаҫһың шунан күрәҙәселәргә?!
Үтә күреүсе”нең кешегә үҙенә күрә бер программа һалыуын күптәр аңлап етмәй шул. “Мин һинең сихырыңды алдым. Ошо арала һинең юлыңда бер егет (ҡыҙ) осраясаҡ”,-тигән һүҙҙәрҙән ҡанатланған кешеләрҙә үҙ-үҙенә ышаныс барлыҡҡа килә. Һәм әлбиттә, төрлө өлкәлә уңыштар ҙа килә башлай.
Эйе, кешенең үҙенә ышанысы – бөйөк көс. Ни өсөн һәр диндә күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү ҙур гонаһ булып һанала? Сөнки бәлйерәгән, хәлһеҙләнгән, төрлө уйҙар менән үҙ-үҙен бөтөргән кешеләрҙең сираттағы аҙымын күҙаллауы ла ауыр. Йыш ҡына нәҡ шундайҙар ауырыуға һабыша, хатта йәшәүҙән баш тартырға әҙер була. Шуға күрә һәр алама уйҙан арына белеү, үҙ-үҙеңде бөтөрөүҙән баш тартыу мөһим.
Һирәк кеше быларҙың барыһы ла бала саҡтан килеүе тураһында уйланалыр. Быларҙың барыһын да ҡыҙ баланы тәрбиәләү миҫалында ҡарап үтәйек.
Бала иҙән йыуып йөрөй. Әсәһе мөйөшкә барып етмәгән сепрәккә текләп: “Эшкинмәгән! Былай һәпрә булһаң, кем һине кейәүгә алһын?! Бер кем дә алмаясаҡ!”
Ҡыҙ әле кейәүгә сығыу тураһында уйламай ҙа, хатта уның нимә икәнен дә белмәйҙер. Әммә сихыр-ҡарғыштың тәүге орлоғо һалынып өлгөрҙө.
Шул уҡ үҫмер ҡыҙ урамға сығырға йыйына. Уның янынан үтеп барған апаһы: “Фуу, һин кемгә оҡшап ундай һимеҙ ул? Малайҙар һинең эргәңә килмәҫ инде”,-тип уйынлы-ысынлы әйтеп үтте. Ә сихыр-ҡарғыштың орлоғо шытып, үҫә лә башланы.
Дискотекаға килгән ҡыҙ күптән оҡшатып йөрөгән егетенә яҡынланы. Тик ул уның яғына әйләнеп тә ҡараманы. Ҡыҙ: “Тимәк, әсәйем дә, апайым да хаҡлы. Миңә бер кем ҡарамаясаҡ”. Ҡыҙ егет менән бейеп йөрөгән һылыуҡайға көнләшеп ҡараны. Быға тиклем һирәк-һаяҡ ҡалҡып сыҡҡан икеләнеүе, үҙенә булған ышанысһыҙлығы тамам нығыны. Ә бер көндө әсәһенең бер туған апаһы: “Һин атайың тоҡомона оҡшағанһың. Ә бына апайың беҙҙең яҡҡа тартҡан”,-тигән һүҙҙәре ҡыҙҙы бөтөнләй юҡҡа сығарҙы.
Һәм утыҙға яҡынлаған йәш ҡатын барыһына ла үҙенең яратыуға лайыҡлы икәнлеген иҫбатлап йәшәй. Кемдер уны оҡшатмаһа, төнө буйы йоҡлай, үҙен бөтөрә, әрләй. Ул үҙен кәм тойоп, яҡындарына ғына түгел, ә сит-ятҡа ла ярарға маташа. Кәйефһеҙлеге йөҙөнә сыҡҡан ҡатынды шәхси тормош та, уңыштар ҙа урап үтә. Үҙаллы сығыу юлы бармы бынан? Әлбиттә, бар! Бының өсөн тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтергә кәрәк. Ниндәйме? Мин үҙемде яратам! Артабан башҡаларҙың, хатта бик яратҡан кешеләрҙең дә Аллаһ түгеллеген, уларҙың кәмселектәре булыуын аңларға кәрәк. Ситтәргә генә түгел, үҙегеҙгә лә хаталарға рөхсәт бирегеҙ. Артабан ошондай күнекмәне эшләгеҙ:
Күҙегеҙҙе йомоғоҙ. Тулыһынса онотолоғоҙ.
Тәрән итеп тын алығыҙ. Тәнегеҙҙе һауа менән таҙартырға тырышығыҙ.
Һеҙҙең күңелегеҙгә шик-шөбһә һалған кешеләрҙе күҙ алдына килтерегеҙ.
Уларҙың һүҙҙәренең нисек һеҙгә тәьҫир итеүен хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ.
Артабан һәр береһенең һүҙҙәренә ҡаршы үҙ дәғүәләрегеҙҙе килтерегеҙ. Мәҫәлән: “Әсәй, һин мине һәпрә, кейәүгә сыға алмаясаҡһың”,-тигәндә, һин мине хәстәрләгәнһең”. “Апай, һин мине һимеҙ тип көлдөң. Шул уҡ ваҡытта донъяла тулы һәм бик бәхетле ҡатындар күп бит. Мин дә улар рәтендә буласаҡмын” һ.б.
Тағы ла тәрән итеп тын алығыҙ һәм бар насар уйҙарҙы үҙегеҙҙән сығарығыҙ.
Үҙегеҙҙе яратығыҙ. Күңел-йәне мөхәббәткә тулы кешегә тик яҡшы сифаттар хас була. Ул үҙе айырым бер бәхетле донъяла йәшәй. Ә бәхетле кеше бар тирә-яҡты бәхет сорнау көсөнә эйә!
Гүзәл Иҫәнгилдина (психолог Наталия Филимонованың кәңәштәренә таянып әҙерләнде).
Читайте нас в