Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
12 Февраль 2020, 13:15

“Сәләмәтлек” тәмлекәсе

Әле грипп, киҫкен респиратор вируслы инфекцияның ҡоторған осоро. Иммунитетты нығытыу өсөн шундай тәмле лә, файҙалы ла тәмлекәс тәҡдим итәбеҙ. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Әле грипп, киҫкен респиратор вируслы инфекцияның ҡоторған осоро. Иммунитетты нығытыу өсөн шундай тәмле лә, файҙалы ла тәмлекәс тәҡдим итәбеҙ.

Уның өсөн 400 г бал, 3 лимон, яҡынса 250 грамм тартҡан 2 имбирь кәрәк. Әйткәндәй, кемдәр әсене бик тә яратып бармай, имбирҙе әҙерәк алырға ла мөмкин.

Имбирҙе ваҡ ҡына итеп ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Лимонды турайбыҙ. Һөйәктәрен ҡушмайбыҙ, тулыһынса алырға кәрәк буласаҡ. Икеһен дә бергә ҡушып яҡшы ғына итеп болғатабыҙ. Кемдең кухонный комбайны бар, уны ла эшкә ҡушырға мөмкин. Әҙерәк ирегән балды ҡушып, тағы ла болғайбыҙ.

Яҡынса 750 грамм банкалыҡ тәмлекәс сыға. Сәйҙәрегеҙ тәмле, ә үҙегеҙ һау-сәләмәт булығыҙ!

Читайте нас: