Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
23 Ғинуар 2020, 23:00

Талпандар уяна тиҙәрме? Ҡышҡыһын?

Талпандарҙан һаҡланыу мотлаҡ. Эйе, ҡышҡыһын да! Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ғәҙәти булмаған ҡышҡы һауа торошо күптәрҙе ғәжәпләндерә башланы. Ҡайҙалыр умырзая сәскә атҡан, кемдеңдер ҡаҙҙары йомортҡа һала икән... Ысынмы, бушмы, былар, белмәйбеҙ. Әммә әленән-әле шундай яңылыҡтар ишетелә. Әле бына килеп тағы ла бер хәбәр: ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, талпандарҙың да уяныуы ихтимал икән дә баһа!
"Роспотребнадзор"ҙың дезинфектология фәнни-тикшеренеү институты ғилми хеҙмәткәре Наталья Шашинаның белдереүенсә, илдең бер нисә төбәгендә талпандарҙың килеп сығыуы бар. Быға һауа торошоноң йылы тороуы сәбәпсе. Уларға уянырға 8-10 градус йылылыҡ та етә икән.
Эйе, талпандарҙың күпләп күренеүе күҙәтелмәҫ, тик һаҡ булыу ҙа ҡамасау итмәҫ. Шунлыҡтан урманға барғанда һаҡланыу сараларын күҙәтеү мотлаҡ.
Читайте нас: