Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
1 Ғинуар 2020, 22:00

Шампан шарабы нисек эшләнә?

Шампан шарабын яратыусылар өсөн был ҡыҙыҡлы мәғлүмәт. Уның ысынбарлыҡҡа тап киләме, юҡмы икәнлеген белмәйбеҙ. Ләкин интернет селтәрен шундай мәғлүмәт гиҙә.

ШАМПАН НИСЕК ЯҺАЛА?
Шампан менән шарап яратыусыларға ҡыҙыҡ ҡына бер мәғлүмәт.
Шараптың нимәнән эшләнеүен беҙ яҡшы беләбеҙ. Әҙәм заты уны борон-борондан яһарға өйрәнгән. Виноград һутын алғандар ҙа һауытҡа ҡойоп ултыртҡандар. Был һут витаминдар, шәкәр һәм ферменттарҙан торған бик файҙалы эсемлек. Тик әҙәм был кимәл менән генә туҡталып ҡалмаған. Һутҡа әсетке (дрожжи) бактериялары төшөргәндәр. Был бактериялар тере организм. Улар үлеп шәкәр ярата. Микроскоп аҫтында был ҡандалаға оҡшаған бектрияларҙың күҙҙәре лә, ауыҙҙары ла, алғы-артҡы өлөштәре лә айырым-асыҡ күренеп тора. Улар шунда, һыу эсендә йыбырлашып йөрөйҙәр. Ауыҙҙарын ҡыбылатып тороп шәкәр һеркәләрен ашайҙар һәм артҡы юлдарынан этил спиртын бүлеп сығарып баралар. Бер һүҙ менән әйткәндә, шарап алкоголе ул әсетке бактрияларының кесе ярауы (!) икән. Фәнни итеп әйткәндә – экскременттары. Һәм бына ошо бактериялар һауыт эсендә ярау итәләр-итәләр-итәләр һәм һуттың концентрацияһы 11-12 процентҡа еткәс, үҙ бысраҡтарында тосоғоп үләләр. Был шарап ошо килеш шешәләргә һалынып һатыуға сығарыла икән, ул ҡоро шарап (сухое вино) тип, ә инде тағы ла ике йыл тотоп, үлек бактерияларынан һөҙөп һатыла икән маркалы шарап булып хаҡы икеләтә күтәрелеп сығарыла.
Шампан эшләү өсөн ҡалын тышлы йәшел быяла шешәләр алына. Уларға биш төрлө виноградтың һуты һығып һалына. Иң төп виноград бында шампань сортлыһы булып тора. Шуға ла эсемлек “шапманское” тип атала. Артабан был һутҡа шулай уҡ әсетке бактериялары төшөрөлә һәм шешә ағас көбө менән тығылып ҡуйыла. Ун дүрт градуслыҡ температуранан артмаған мөгәрәптәрҙә, дөм ҡараңғылыҡта был шешәләр ике йыл буйына бикле яталар. Уларға яҡтылыҡ төшөргә тейеш түгел. Әлеге бактериялар ҡараңғылыҡҡа яраҡлашып, һәүетемсә генә шәкәр ашап, ярау итеп йәшәп яталар. Ике йылдан һуң баҙҙарҙы асып, шешәләргә көслө яҡтылыҡ ебәрәләр. Ҡапыл бәрелгән яҡтылыҡтан, көтөлмәгәнлектән һәм ҡурҡыуҙан бактерияларҙың эстәре китә, көслө булып газдары сыға башлай. Улар шешә эсендә сабышып йөрөп үлеп бөтә. Ә эстә улар эшкәрткән градус һәм газ ҡала. Шулай итеп, шампанды эскәндә танауҙы ҡытыҡлап килеп сыҡҡан тәмле һауа ул, йомшаҡ итеп әйткәндә, шешә эсендә үлгән бактерияларҙың у...ы икән.????????
Ҡыҙыҡ мәғлүмәт, шулай бит.
Читайте нас: