Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
30 Декабрь 2019, 11:11

Яңы йыл табынына салаттар

Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Хужабикәләр табын әҙерләү хәстәре менән яна ла башлағандыр инде. Һеҙгә бер нисә салат рецептарын тәҡдим итәбеҙ.

1. «Яңы йыл» салаты

300гр тауыҡ ите, 5 йомортҡа, 150 гр ҡара емеш, 100 гр сәтләүек (әстрәхәндеке), 100 гр сыр, майонез, тоҙ тәменә ҡарап.

Тауыҡ итен бешереп алабыҙ, һыуытабыҙ, ваҡ итеп турайбыҙ. Йомортҡаның ағын-һарыһын айырып, ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Сәтләүекте блендер менән иҙәбеҙ. Ҡара емеште турайбыҙ. Сырҙы ла ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ.

Тәрилкә төбөнә тауыҡ итен теҙеп һалып, тоҙлап, майонез менән һылап ҡуябыҙ. Уның өҫтөнә йомортҡа һарыһын, уның өҫтөнә ҡара емеш, сыр, сәтләүек, йомортҡа ағын ҡатлап һалабыҙ. Һәр ҡатты йоҡа ғына итеп майонез менән һылайбыҙ. Сәғәт телдәрен бешкән кишерҙе ҡырҡып яһайбыҙ.

2. «Тубырсыҡ» салаты

300 гр аҡ сыр, 200 гр ветчина, 100 гр сәтләүек, бер аҙ укроп, бекон тәме сыҡҡан ваҡ крекер-печенье, тәменә ҡарап майонез, тоҙ, һарымһаҡ, баҙам (миндаль).

Сыр менән укроп, һарымһаҡ, майонез һәм тоҙҙо блендерға һалып өйрөлтәбеҙ. Ветчинаны шаҡмаҡлап турайбыҙ. Сырлы ҡатнашма менән туралған ветчинаны, иҙелгән сәтләүекте тоҙлап бутайбыҙ ҙа, 15-20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Баҙамды духовкала 15 минут (болғатып торорға онотмайбыҙ) йә 3 минут микроволновкала киптереп алабыҙ.

Әҙер ҡатнашманы һыуытҡыстан алабыҙ һәм тәрилкәгә тубырсыҡ формаһында теҙеп һалабыҙ. Баҙамды төртөп сығып биҙәйбеҙ. «Тубырсыҡ» салаты тирәсен укроп һәм печенье менән биҙәйбеҙ.

3. «Адвент» салаты

3 картуф, 2 кишер, 2 йомортҡа, 500 гр брокколи.

Соус өсөн: 200 гр ветчина, 2 маринадланған ҡыяр, 1 һуған, майонез, тоҙ, борос.

Биҙәү өсөн:

4 сыр пластинаһы, майонез, ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡаның ағы, анар (гранат) емештәре, ҡыҙыл төҫтәге болгар боросо, укроп.

Ветчинаны һаламлап турайбыҙ, ҡыяр менән һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ. Тоҙлап, борослап, майонез ҡушып, барыһын бергә ҡушып бутайбыҙ.

Картуф, кишер, йомортҡаны бешереп алабыҙ. Брокколины бешер-бешмәҫ уттан алабыҙ ҙа сәскәләрен айырабыҙ.

Салатты ҡаттарға ҡатлап һалабыҙ. Шәм өсөн тишектәр ҡалдырырға онотмайбыҙ. Һәр ҡатҡа (һуңғыһына кәрәкмәй) соус һылайбыҙ. 1 – картуф, 2 – кишер, 3 – йомортҡа, 4 – брокколи. Шәм өсөн урынды сырҙы торбо һымаҡ өйрөлтөп ҡалдырабыҙ. Уның өҫтөнә боростан «ут» яһайбыҙ. Тирә яғын укроп, анар менән биҙәйбеҙ.

4. «Венок» салаты

600-700 гр тауыҡ ите, 2 һуған, 4 йомортҡа, 2 болгар боросо, 250 гр майонез, 2 аш ҡалаһы үҫемлек майы, тоҙ.

Биҙәү өсөн: 2 бәйләм петрушка, зәйтүн емеше, ҡыҙыл болгар боросо, бешкән кишер.

Ҙур ғына тәрилкәгә диаметры 20 см булған тирәсле формалар ултыртабыҙ. Уның уртаһына диаметры 8 см булған форма ултыртабыҙ.

Тауыҡты иҙелтмәй генә бешереп алабыҙ. Һыуынғас шаҡмаҡлап турайбыҙ. Унан тәрилкәгә балдаҡ формаһында түңәрәкләтеп һалабыҙ. Өҫтөнә майонез һөртәбеҙ.

Боросто йыуып, таҙартып, ҡыҙыу духовкала 15-20 минут бешереп алабыҙ. Унан 5 минут тирәһе тотабыҙ. Хәҙер инде ҡабығын таҙартабыҙ ҙа шаҡмаҡлап турап, тауыҡ өҫтөнә һалабыҙ.

Башлы һуғанды шаҡмаҡлап турап, үҫемлек майында ҡыҙҙырып алабыҙ. Тоҙлап борос өҫтөнә һалабыҙ. Майонез һылайбыҙ. Бешкән йомортҡаны эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ.

Бына әҙер. Хәҙер биҙәргә генә ҡалды. Урталағы форманы алып, тирәһен майонез менән һылайбыҙ. Укроп, кишерҙән ҡырҡып әҙерләнгән “таҫмалар” менән венокты биҙәргә генә ҡалды.

5. “Яңы йыл маскаһы” салаты

300-350 гр тауыҡ ите, 100 гр сыр, уртаса ҙурлыҡтағы сөгөлдөр, кишер.

Соус өсөн: 200 мл майонез, 30 гр онталған грек сәтләүеге, 2 теш һарымһаҡ, борос, тоҙ.

Биҙәү өсөн: анар, укроп, петрушка.

Бешкән тауыҡ итен ваҡ киҫәктәргә турайбыҙ. Бешкән сөгөлдөр менән кишерҙе таҙартып, уртаса ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Барлыҡ ингредиенттарҙы ҡулланып соус яһайбыҙ. Унан салатты биҙәй башлайбыҙ.

Тәрилкәгә күҙ формаһын ҡалдырыр өсөн ике стакан ултыртабыҙ. Унан тәүге ҡатҡа тауыҡ итен һалабыҙ, унан соус һөртәбеҙ. Өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибәбеҙ. Яртыһына сөгөлдөр, ҡалған яртыһына кишер һалабыҙ. Стакандарҙы һурып алырға онотмайбыҙ.

Читайте нас: