-10 °С
Болотло
Әле бәлеш бешерергә уйланым да, ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) кәрәк булып сыҡты. Бер ваҡыт үҙем эшләп ҡуйған инем, уныһы бөткән икән. Нисек эшләнгәнен иҫкә төшөрөп яңынан әҙерләп ҡуйҙым, бәлки һеҙгә лә кәрәк булыр тип рецебын да яҙайым әле бер ыңғай.
Ҡоро ғына банкаға һалыр кәрәк :
- 12 сәй ҡалағы он
- 5 сәй ҡалағы аш содаһы
- 3 сәй ҡалағы лимон кислотаһы
Бөтәһен дә яҡшы итеп ағас ҡалаҡ менән болғарға, ҡапҡасын ябып һелкетеп алырға ла, ҡараңғы һәм ҡоро ергә ҡуйырға, мин шкафтың эсенә кәштәгә ҡуям.
Ҡамыр ҡабартҡыс әҙер, һәр ваҡыт ҡул аҫтында торасаҡ.
Аштарығыҙ тәмле булһын!