Был бәлеште эҫе йәки һалҡын килеш тә бик тәмле. Уны әҙерләү өсөн түбәндәгеләр кәрәк буласаҡ:
- бер кәбеҫтә;
- 700-800 гр тарттырылған ит (ниндәй булһа ла ярай);
- бешкән дөгө ярмаһы (сей килеш 150 гр самаһы);
- 100 гр ҡаты сыр;
- ҙур булмаған 1 кишер
Был бәлеште эҫе йәки һалҡын килеш тә бик тәмле. Уны әҙерләү өсөн түбәндәгеләр кәрәк буласаҡ:
- 1 баш һуған
- 3-4 теш һарымһаҡ
- бер аҙ укроп
- 200 гр томат соусы
- 3-4 аш ҡалағы ҡаймаҡ
Тәүҙә тоҙло һыуҙа дөгө ярмаһын бешереп алабыҙ. Кәбеҫтәне эҫе һыуҙа бешкәкләйбеҙ. Уны шулай уҡ япраҡтарын ысҡындырып, полиэтилен моҡсайға һалып бәйләргә һәм микротулҡынлы мейескә 10-15 минутҡа тығып алырға ла мөмкин.
Тарттырылған итте бер аҙ май һәм тоҙ һибеп, табала еңелсә ҡыҙҙырып алабыҙ. Ләкин уны бешкәнсе тоторға ярамай. Бер аҙ төҫөн үҙгәртһә етә. Әҙер итте икенсе һауытҡа бушатып, шул уҡ табала ҡырғыстан үткәрелгән һуған менән кишерҙе ҡыҙҙырабыҙ. Һуңынан уны тарттырылған иткә ҡоябыҙ, тағы ла бешкән дөгө ярмаһын да өҫтәп яҡшы ғына итеп болғатабыҙ. Һуңынан укроп, һарымһаҡ, ҡаймаҡ, томат соусы, ҡырылған сыр, тоҙ, боростарҙы ла өҫтәп тағы болғатабыҙ.
Хәҙер иһә иң ҡыҙығы башлана: бәлеште әҙерләү! Бының өсөн табаның төбөнә һәм уның ситтәренә ҙур кәбеҫтә япраҡтарын теҙеп сығабыҙ. Ситтәгеләр әҙерәк сығып торорға тейеш. Уртаһына тағы ла бер кәбеҫтә япрағын һалабыҙ. Хәҙер инде 1-1,5 см ҡалынлығындай әҙер эслекте йәйәбеҙ. Өҫтәнә тағы ла кәбеҫтә япрағын теҙәбеҙ. Шулай бер нисә ҡат эшләйбеҙ. Иң һуңынан таба ситенән сығып торған кәбеҫтә япраҡтары менән бәлеште ябабыҙ.
Бәлеш 180 градус эҫелектә 40 минут бешә. Әҙер булғанға тиклем 10-15 минут ҡалғас, уның өҫтөнә еңелсә көнбағыш майы һөртәбеҙ. Әҙер бәлеште шунда уҡ мейестән алырға ашыҡмағыҙ. Ул әҙерәк һыуынып, формаһын тоторға тейеш. Кире осраҡта ул бутҡаға әйләнәсәк. Һыуынғас уның өҫтөн ҙур ялпаҡ тәрилкә менән ҡаплайбыҙ һәм табаны әйләндереп бәлеште күсерәбеҙ. Беҙҙең кәбеҫтә бәлеше әҙер! Ашығыҙ тәмле булһын!