Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
22 Ноябрь 2019, 12:00

Ҡыҙҙар, бәйләйек әле тәпешкә!

Ҡыш етте, көндәр һыуытты. Бындай көндәрҙә йылы ғына түгел, ә матур итеп кейенеп йөрөгө лә килә бит әле. Шуны иҫәпкә алып, һеҙҙең иғтибарға ошондай тәпешкә өлгөһө тәҡдим итәбеҙ.

Хөрмәтле ҡыҙҙар, апайҙар!

Ҡыш етте, көндәр һыуытты. Бындай көндәрҙә йылы ғына түгел, ә матур итеп кейенеп йөрөгө лә килә бит әле. Шуны иҫәпкә алып, һеҙҙең иғтибарға ошондай тәпешкә өлгөһө тәҡдим итәбеҙ. Нисек бәйләргә? Схемаһы фотола күрһәтелгән. Ҡунаҡҡа ғына түгел, өйҙә лә кейеп йөрөргә, шулай уҡ бүләккә лә бик шәп буласаҡ улар. Яҡындарығыҙ бик тә ҡыуанып ҡабул итеп аласаҡ. Алда Әсәйҙәр көнө, Яңы йыл да етеп килә. 8 Мартҡа ла шәп буласаҡ. Әйҙәгеҙ, бәйләп кейәйек әле. Бының өсөн үҙегеҙ теләгән төҫтәге йөн һайлап алырға мөмкин. Кемдеке матур килеп сығыр икән? Һеҙҙән фотолар көтәбеҙ.

Шулай уҡ үҙегеҙҙең тәпешкә өлгөләрен дә тәҡдим итә алаһығыҙ. Кем нимә бәйләй икән? һеҙҙән яуап көтәбеҙ.

Читайте нас: