Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
13 Сентябрь 2019, 10:38

Ҡарбуз ҡабығынан ҡайнатма

Бик тәмле ҡайнатма килеп сыға. Үҙем дә эшләп ҡараным, һеҙгә лә кәңәш итәм.Ысынынан да, ҡарбуздың эсен рәхәтләнеп ашарға һәр кем дә ярата. Ә бына ҡабығын сығарып ташлайбыҙ. Ашыҡмайыҡ әле, беҙ унан тәмле ҡайнатма ҡайнатайыҡ.

Ингредиенттар:
* 1кг ҡарбуз ҡабығы
* 1кг шәкәр
* 1 лимон ҡабығы йә лимон кислотаһы
* 1 ҡап ванилин (мин уның урынына 1 дәрсен таяғы менән орегано үләнен ҡуштым)
* 1 литр һыу.
Иң башта ҡарбуздың ҡыҙыл өлөшөн айырып алабыҙ. Ҡабығында 5 мм тирәһе уны ҡалдырһаң, ҡайнатма матурыраҡ була. Ҡаты йәшел ҡабығын да әрсейбеҙ. Унан шаҡмаҡлап (һаламлап та мөмкин) турайбыҙ. Дуршлагка һалып, йыуып, һарҡытып алабыҙ.
Был мәлдә сироп ҡайнатырға ултыртабыҙ: шәкәргә һыу ҡойоп, болғай-болғай ҡайнатабыҙ. Әҙер сиропҡа ҡарбуз ҡабыҡтарын һалып 20 минут дауамында һүрән утта бешерәбеҙ. Өҫтөнә ҡалҡҡан күбекте һөҙөп алып торабыҙ.
Һыуытабыҙ.
Йәнә ҡайнатып, 20 минут бешерәбеҙ.
Аҙаҡ инде тәмләткестәрҙе ҡушып, һүрән утта тотҡандан һуң йәнә 1-2 минуттан ҡайнатма әҙер була.
Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Читайте нас: