Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
3 Сентябрь 2019, 13:51

Быны белергә кәрәк

*Көнөнә ике генә алма ашау ҙа ҡан системаһын 10-25 процентҡа холестерин күҙәнәктәренән таҙартырға ярҙам итә.*Италия ғалимдары алманың организмдың ҡан системаһына йоғонтоһон өйрәнеү маҡсатында тикшеренеүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәлә даими рәүештә алма ашау ҡан тамыр­ҙарын рак күҙәнәктәре үтеп инеүҙән һаҡларға булышлыҡ итеүе асыҡланған.(Кәңәштәрҙе тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

  • *Яңы һығылған алма һуты нервыларҙы тынысландыра, шуға күрә стрестан һуң эсергә кәңәш ителә.
  • *Алмала күҙәнәклек менән пектин бар, уны көн һайын ашағанда ашҡаҙан-эсәк тракты һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы менән бер ниндәй ҙә проблема булмаҫ.
  • *Алма майҙы кәметә, тимәк, кемдәр кәүҙә ауырлығын кәметергә теләй, уларға мотлаҡ алма ашарға кәрәк. Өҫтәүенә, май ҡатламының кәмеүе ҡан тамырҙарының торошона һәм сәләмәтлегенә лә ыңғай йоғонто яһай. Алма һыуһынды ҡандыра һәм аппетитты күтәрә.
  • *Диетологтар: “Ашағың килһә – алма аша, уны ашағың килмәһә – ашағың килмәй”, – тиҙәр.
  • *Алма ярҙамында тештәге үңәҙҙән (налет) һәм ауыҙҙағы насар еҫтән ҡотолорға мөмкин. Сөнки унда, ауыҙҙағы микроорганизмдар менән реакцияға инеп, уларҙы юҡҡа сығарыусы һәм бактерияларҙың таралыуына юл ҡуймаусы кислоталар бар.
  • *Күҙ аҫты ҡарайып, ҡабаҡтар шешмәкләнгәндә, ҡабығында бешкән картуф ярҙам итер. Картуф һыуынғас, уртаға ҡырҡып, 30-40 минутҡа күҙҙәргә һалырға.
  • *Шулай уҡ күҙ аҫтындағы ҡара таптарҙы бөтөрөү өсөн бешерелгән һәм ныҡлап һыуытылған пакетлы сәйҙәрҙе күҙ ҡабағына бер нисә минутҡа һалып тороу кәңәш ителә.
  • *Ҡырҡылған сыр һыуытҡыста кипмәһен йәки күгәрмәһен өсөн уға бер аҙ аҡ май һөртөргә кәрәк.
  • *Табала тәүҙә тоҙ ҡыҙҙырһағыҙ, ризыҡ уның төбөнә йәбешмәҫ.
  • *Шкафтағы, аяҡ кейемендәге ауыр еҫте бөтөрөү өсөн унда 2-3 пакетлы сәй һалығыҙ. Ә яңы һатып алынған әйберҙәге фабрика еҫенән ҡотолоу өсөн уны гәзиткә урағыҙ.
  • *Әгәр ҙә телефонығыҙҙың тиҙ арала көс йыйыуын теләһәгеҙ, уны “самолетта” режимына күсерегеҙ. Тик һуңынан был режимды һүнде-рергә онотмағыҙ, юғиһә шылтыра-тыуҙарҙы ҡабул итә алмаясаҡһығыҙ.
  • *Төймәләрегеҙ төшөп йонсотмаһын тиһәгеҙ, ептәренә төҫһөҙ тырнаҡ лагы һөртөп сығығыҙ.
  • *Иртәнсәк бер ҙә торғоғоҙ килмәйме? Күҙҙәрҙе ауырттырғансы ныҡ итеп йомоғоҙ ҙа егермегә тиклем һанағыҙ. Ғәҙәттә, йоҡо шундуҡ оса. Тик һанаған ваҡытта кире ойоп китмәгеҙ.
Читайте нас: