Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
9 Август 2019, 23:41
Грушанан ҡайнатма
#Һаҡмар_рецептары Грушанан ҡайнатма ҡайнтаҡанығыҙ бармы? Ә повидло? Тәме үҙенсәлекле булғанға күрә күптәр уны өнәп етмәй. Шулай ҙа был ҡайнатма һеҙҙең яратҡан ҡайнатмағыҙға әйләнергә тейеш. Ни өсөнмө? Беренсенән, ул тиҙ бешә. Икенсенән, уның тәме яңы ғына ағастан өҙөп алынған груша тәмен хәтерләтә.(рецепты сайттан уҡығыҙ)
Ингридиенттар:
* 4 стакан груша иҙмәһе
* 5 стакан шәкәр
* 2 аш ҡалағы лимон һуты
* 2-3 аш ҡалағы пектин
Бешкән грушаларҙы таҙартып, ваҡ итеп турайбыҙ. Кәстрүлгә һалғандан һуң иҙгес менән иҙәбеҙ. Пектин менән лимон һуты ҡушабыҙ. Ҡайнар хәлгә еткерәбеҙ. Яйлап ҡына шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә ҡайнап сығыу менән утын кәметәбеҙ. Ҡайнатма күбекләнмәһен өсөн бер аҙ май йә маргарин өҫтәргә мөмкин. Ҡайнтаманы йәнә 5 минут бешерәбеҙ.
Ҡайнатма әҙерме-юҡмы икәнен тикшереп ҡарар өсөн һалҡын тәрилкәгә тамыҙып ҡарарға мөмкин. Ҡайнатмабыҙ ағып китмәһә, әҙер була.
Хәҙер инде банкаларҙың ҡапҡасын нығытып ҡуйырға була.
Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи