Һаҡмар
+8 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Файҙалы кәңәштәр
9 Августа 2019, 15:35
Борщ өсөн тәмләткес
#Һаҡмар_рецептары Кемдәр борщ ярата? Ммм, ғәләмәт тәмле аш. Әйҙәгеҙ баҡсабыҙҙан сөгөлдөр, кишер, һуған, помидор, татлы борос кеүек йәшелсәләрҙе йыйып алайыҡ та ҡышҡылыҡҡа борщ өсөн тәмләткестәр яһап ултыртайыҡ.(рецепты сайттан уҡығыҙ)
Кемдәр борщ ярата? Ммм, ғәләмәт тәмле аш. Әйҙәгеҙ баҡсабыҙҙан сөгөлдөр, кишер, һуған, помидор, татлы борос кеүек йәшелсәләрҙе йыйып алайыҡ та ҡышҡылыҡҡа борщ өсөн тәмләткестәр яһап ултыртайыҡ.
Ингридиенттар:
* 3 кг сөгөлдөр
* 1 кг кишер
* 1 кг башлы һуған
* 1 кг татлы борос
* 1 кг помидор
* 1 стакан шәкәр
* 3 аш ҡалағы тоҙ
* 1 стакан үҫемлек майы
* 125 мл 9% аш һеркәһе
Һанап үтелгән аҙыҡ-түлектән яҡынса 12 ярты литрлыҡ тәмләткес сыға.
Бар йәшелсәләрҙе йыуып, таҙартып ҡуябыҙ. Һуғанды яртылаш йә дүрткә бүлеп, ярым балдаҡлап турайбыҙ. Сөгөлдөр менән кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Боросто һалам кеүек оҙонсалап турайбыҙ. Помидорҙы ярым түңәрәк итеп ҡырҡып сығабыҙ. Тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе һәм майҙы ҡушып, һүрән генә утҡа ултыртып ҡайнатырға ҡуябыҙ. Һыуы сығыу менән утты көсәйтәбеҙ ҙә йәнә 25 минут бешерәбеҙ.
Стерелләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.
Ә ҡышҡыһыыын... банканы асабыҙ ҙа, әҙер һурпаға һалып ебәрәбеҙ. Ауыҙ һыуы ҡойолоп киттеме?
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"