Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
6 Август 2019, 11:52

Ҡарбуз һайлай беләһеңме?

Ҡарбуздың тәме дөрөҫ һайлай белеүҙән дә тора. Әйҙәгеҙ уның критерийҙарына күҙ йүгертеп сығайыҡ: * ҙурлығы йәғни размеры * ҡырындағы тап * ярылмаған булырға тейеш * туҡылдатып ҡарағанда сыҡҡан тауышы * эслегенең төҫө һәм структураһы * сезон * ҡабығының тышҡы күренешн * ҡарбуздың "енесе". (тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

Шулай уҡ халыҡта ҡарбузды дөрөҫ һайлау буйынса төрлө мифтар ҙа йәшәй. Мәҫәлән, ҡарбуздың ҡойроғо кипкән булырға тейеш. Был төптө дөрөҫ түгел.

Ҡарбуз ниндәйерәк ҙурлыҡта булырға тейеш?

Күптәр ныҡ ҙур булмағанына өҫтөнлөк бирә. Кемдер алып ҡайтыу өсөн ауыр була, тип һылтанһа, бәғзеләр ундағы нитраттар һаны ныҡ күп тип уйлай. Тәүгеһе аңлашыла, ә бына уның икенсеһе... Ҡарбуздың төрлө сорттары була, уларҙың ҡайһы бер төрҙәрендә 20 кг-ға тиклем еткәндәре осрай. Шулайҙы "алтын урталыҡты" һаҡлау урынлылыр.

Бешкән ҡарбуздың ҡырында ағарып торған табы була. Үҫкән саҡта ерҙә ятҡан урыны шулай ағара. Шул йәшәрмәй ҡалған тап ни тиклем һарыраҡ төҫтә була, ул шул тиклем бешкәнерәк була. Шулай уҡ таптың ҙурлығына ла иғтибар итегеҙ. Ул саманан тыш ҙур булһа, ҡарбуз бешкән саҡта етерлек кимәлдә йылы булмаған, шуға ла оҙағыраҡ өлгөргән. Ундайҙарҙың тәме лә, һуты ла бик шәптән түгел.

Юл ситендә машина менән һатып торғандарҙан ҡарбуз алырға уйлаһағыҙ, айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Ҡарбуздың тышы ярылмағанмы, сатнамағанмы, йомшармағанмы, серей башлаған урыны юҡмы икәнен абайлап ҡарағыҙ. Ғәҙәттә бындай ҡарбузды төрлө бактериялар үҙ итергә әҙер генә торалар. Юғиһә эс китеү, ҡоҫоу кеүек эсәк-ашҡаҙан ауырыуҙары йоғоп ҡуйыр. Был шулай уҡ ҡырҡып һатылған ҡарбуздарға ла ҡағыла.


Бешкән ҡарбуз зыңлап тора. Шуға ла саҡ ҡына һуҡҡылап ҡарағыҙ. Бешкән ҡарбузға һуҡҡылағанда тауышы зыңлап, яңғыраған кеүек сыға, бешмәгәненеке тоноҡ ҡына сыға. Әйткәндәй, үтә ныҡ бешеп әсей башлағаны ла тоноҡ ҡына тауыш сығара.


Бына үрҙә һаналып үткән талаптарға ярашлы ҡарбуз һайлап алдыҡ, ти. Шулай ҙа күңел тыныс түгел. Киләһе кәңәшебеҙ һеҙҙең өсөн. Ҡулығыҙ менән баҫып ҡарағыҙ. Сатнаған кеүек тауыш сыҡһа, һис икеләнмәй алығыҙ. Шул уҡ ваҡытта үтә ныҡ тырышып ташламағыҙ:яңылыш онтап ҡуйыуығыҙ ихтимал.

Киләһе кәңәш һатып алып ҡайтҡас, ҡырҡҡас тикшереп ҡарау өсөн. Әйткәндәй супермаркетта ҡырҡыу менән аш пленкаһы менән төрөп ҡуйылғанын алһаң, шунда уҡ тикшереп ҡарау мөмкинлеге бар.

Шулай итеп, ҡарбузды ҡырҡтыҡ ти.

Уның төҫө алһыу булырға тейеш. Үтә ныҡ ҡыҙыл төҫтәгеләре йә үтә ныҡ бешкән, йә унда нитраттар бар. Ғәҙәттә ундай ҡарбузды шәкәрләнгән тигән булалар.

Өлгөрөү сезоны, тураһында һүҙ сыҡҡанда урам буйында һатылған ҡарбуздар күҙ алдына килеп баҫа. Әгәр химикатты түгел, ысын ҡарбузды ашарға теләһәгеҙ, июндә түгел, август урталарында һатып алырға тырышығыҙ.

Әлбиттә башҡа емеш-еләктеке кеүек үк уның иртә өлгөрә торған сорттары ла була. Шул уҡ ваҡытта уны беҙҙең яҡтарға алып килеү өсөн дә ваҡыт талап ителә. Әйтәйек, һеҙ алған ҡарбуз, ысынлап та, бик тәмле булды, ти. Әммә ул шулай уҡ файҙалымы икән?

Ҡабығына йәнә бер күҙ һалайыҡ.

Бешкән ҡарбуз тыштан уҡ башҡаларынан айырылып тора.

Нисекме?

Түңәрәкләнеп торған һыҙыҡтары сағыу булып күренә, ҡабығы ялтырап тора һәм ҡаты була. Ул еңел генә онталмай. Тышҡы ҡатын саҡ ҡына ҡырып еҫкәгеҙ. Унан йәшел үлән еҫе сығыр. Һыҙыҡтары арҡыс-торҡос йә тоноҡланып торған, ҡабығын тырнаҡ менән дә сыйып булһа ҡарбуз йә өлгөрмәгән, йә ауырыу була. Шулай уҡ ҡарбузды һыҙыҡтары араһы ҙурыраҡ булғанын һайларға тырышығыҙ. Ундайҙар шәрбәтлерәк була.

Ҡарбуз "енесе".

"Ҡыҙыҡайҙар" "малайҙарға" ҡарағанда татлыраҡ була, тиҙәр. Тик уны нисек айырырға икән? Ҡасандыр сәскәһе торған нөктәһенә ҡарағыҙ. Әгәр ул нөктә ялпаҡ һәм ҙур икән, тимәк ул "ҡыҙыҡай". "Малайҙар"ҙың нөктәһе ҡубып сығып тора һәм бәләкәй генә була. Быны биологияла нисек аңлаталарҙыр, әммә, ысынлап та, "ҡыҙыҡай"-ҡарбуздар татлыраҡ.

Кипкән ҡойроҡло ҡарбуз бешкәнме?

Уйлап ҡараһаң, кибеттә ятҡан ҡарбуздың өс көндән ҡойроғо кибә. Ҡойроғона ғына ҡарап сей ҡарбуз алмам, тимә.

Табынығыҙҙа тик бешкән татлы ҡарбуздар ғына булһын?

Читайте нас: