Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
26 Июль 2019, 23:29

Ни өсөн пекин кәбеҫтәһен июль аҙағында сәсәләр?

Пекин (ҡытай) кәбеҫтәһен яҙ көнө генә түгел, йәй уртаһында ла сәсергә мөмкин. Был төр кәбеҫтә буйға үҫмәй, мул уңыш бирһен өсөн түбәндәге ҡағиҙәләргә күҙ һалығыҙ:



* Пекин кәбеҫтәһенең түтәле ҡояшлы һәм елһеҙ урын булырға тейеш;
* уны көн ҡыҫҡарғас, июль аҙағында сәсергә лә мөмкин;
* элек әүернә сәскәле үҫемлек үҫкән урын килешмәҫ;
* сәсер алдынан ерҙе матурлап баҫып, алһыу төҫтәге марганцовка иҙмәһен һибегеҙ;
* пекин кәбеҫтәһе орлоғо менән бергә берәр шырпы ҡабындай көл ҡушығыҙ;
* орлоҡто 1-1,5 см тәрәнлектә сәсеп, мул итеп һыу ҡойоғоҙ;
* төндә һауа температураһы 8 градустан түбән булһа, үҫемлекте һаҡлау сараһын күрегеҙ;
* уртаса һауа торошо торғанда, пекин кәбеҫтәһенә аҙнаһына берҙе генә (1 кв.м – 10 л) һыу ҡойоғоҙ;
* тупрағын йомшартып торорға онотмағыҙ.
Читайте нас: