Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Файҙалы кәңәштәр
19 Июля 2019, 06:40
Бөгөн - татлы байрам!
#Һаҡмар_рецептар Бөгөн иң татлы көндәрҙең береһе. Тап 19 июлдә ҡурай еләге ҡайнатмаһынан бөйөрөк (пирожки) көнөн билдәләйҙәр. байрам тарихына килгәндә, уны 2015 йылда билдәләй башлайҙар. Был сәйер байрамдың төп маҡсаты - шатлыҡ килтереү. Күҙ алдына килтерегеҙ: өйҙән яңы ғына бешкән бөйөрөк, ҡурай еләге еҫе таралған. Ммм... ауыҙҙан һыуҙар ҡойолоп киттеме? Яҡындарың менән бер табынға йыйылып, рәхәтләнеп сәй эсеүгә ни етә! Әйҙәгеҙ әле, бөгөн үҙ ҡулдарыбыҙ менән бөйөрөк, бәлештәр бешерәйек. Һеҙгә бер рецепт тәҡдим итмәксебеҙ.
Ингредиенттар:
ҡамыр өсөн:
* 250 мл һөт
* 70 гр аҡ май
* 70 гр шәкәр
* 1 йомортҡа
* бер семтем тоҙ
* 550 гр он
6 гр әсетке.
Эслек өсөн:
* 350-400 гр ҡурай еләге
* тәменә ҡарап шәкәр.
Матур булһын өсөн өҫтөнә 1 йомортҡаны 4 аш ҡалағы һыу менән бутап һөртөргә мөмкин.
Башта ҡамыр баҫабыҙ. Әйткәндәй, һөттө бер аҙ йылытып алыу кәңәш ителә. Ул 1 сәғәт тирәһе ҡабарырға тейеш.
Әҙер ҡамырҙы 16-20 өлөшкә бүләбеҙ һәм йәйеп сығабыҙ. Уртаһына ҡурай еләген һалабыҙ, өҫтөнә 1 балғалаҡ тирәһе шәкәр һибәбеҙ. Бөйөрөктө ғәҙәттәгесә йәбештерәбеҙ. Унан инде табаға теҙәбеҙ ҙә, духовкала бешереп алабыҙ. Был бөйөрөктәрҙе майҙа ҡыҙҙырырға ла мөмкин.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"