Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Июнь 2019, 14:19

Еләкте бер урында үҫтермәгеҙ

Баҡса еләген үҫтереүҙең үҙ серҙәре бар. Был турала сайттан киләһе мәҡәләлә уҡығыҙ.

“Нисәмә йыл емерелеп уңған еләктәрем юҡҡа сыҡты. Ваҡытында тәрбиәләп торҙом. Эш нимәлә икән? Вәсилә”.


Баҡса еләген бер урында 4-5 йыл ғына үҫтерергә кәрәк, алдағы йылдарҙа ҡыуаҡтар ҡартая, уңышы кәмей һәм ваҡ емештәр бирә башлай. Сәскә атып бөткәс, һыу һипкәндә һәм ямғыр яуғанда емештәр бысранмаһын өсөн ҡыуаҡтар аҫтына һәм рәт араларына бысҡы онтағы йәки ваҡланған һалам (ҡойолған шыршы энәләре лә ярай) һалығыҙ, йәшел үлән һәм бесән һалырға ярамай, улар емештәрҙе серетә. Мульча өҫтөнә мочевина буталған һыу (бер биҙрәгә 15 г) һибегеҙ. Ни өсөнмө? Тупраҡтағы микроорганизмдар тупраҡ азоты ҡулланып мульчаны серетә башлай, ә һибелгән мочевина уны тарҡатыу өсөн етә.


Йәй буйы даими рәүештә мыйыҡтарын киҫергә кәрәк (киҫергә, ә өҙмәҫкә), улар үҫемлектең туҡлыҡлы матдәләрен файҙаланып уңышты 2-3 тапҡырға кәметә. Үрсетеү өсөн япраҡтар йәйелеше кәрәк булһа, мыйыҡтарҙы ситтәге үҫемлектәрҙә ҡалдырырға мөмкин.
Беренсе туҡландырыуҙы иртә яҙҙан, ҡар ирегәс тә үткәрәләр: 1 метр рәткә 10 г мочевина һәм 50 г көл һалып, өҫтөнә мул итеп һыу һибәләр. Икенсеһен – сәскә атҡас, емештәр барлыҡҡа килгәндә: 1 метр рәткә 10-15 г мочевина һибелә. Өсөнсөһө – емештәр йыйылғас, тулы ашлама (40 г) йәки 1 кв. метрға 30 г суперфосфат һәм 100 г көл индерелә.
Тамырҙары тәрән урынлашмағанға күрә, 10-15 көн һайын даими рәүештә һыу һибергә кәрәк, ә эҫе көндәрҙә һәм ҡоро йәйҙә – 5-7 көн һайын. Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн ҡар ирегәс ҡороған, таптары булған япраҡтарҙы өҙөгөҙ һәм 3 процентлы бордос ҡатнашмаһы һибегеҙ, әгәр ауырыу билдәләре күренһә, сәскә атҡас һәм уңыш йыйылғас 1 процентлы бордос ҡатнашмаһы һибегеҙ.
Читайте нас: