Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Февраль 2019, 14:25

Халыҡ медицинаһы менән һыуыҡ тейгәнлекте дауалау ысулдары

Танауҙан һыу ҡойоламы? Температура күтәреләме? Аптекала дарыуҙар үтә ныҡ ҡыйбатмы? Улайһа халыҡ медицинаһына күҙ һал!

Әйткәндәй, был ысулдар йылдар дауамы менән һыналғандары ғына. Әлбиттә төрлө-төрлө дарыуҙар менән дә дауаланып була. Әммә ауырыуҙар сезоны асылған саҡта аптекаларҙағы дарыуҙарҙың ҡапыл ғына хаҡы күтәрелеп китеүен иҫәпкә алғанда… Ошо уҡ рецептарҙы балаларҙы дауалағанда ла мөмкин. Тик составында алкоголь булмағандарын һайлап, балаларға ла эсерергә мөмкин. Шулай ҙа аҙаҡ кире эҙемтәләре сыҡмаһын өсөн был рецептарҙы профилактика маҡсатында ғына ҡулланырға тәҡдим итер инем.

Глинтвейн

Был эсемлек менән күптәр таныштыр моғайын. Уны әҙерләү ысулдары ла күп төрлө. Уны алкоголь ҡушып та, алкоголһеҙ ҙә әҙерләргә мөмкин. Уның составында мотлаҡ цитрус емештәр, тәмләткестәр һәм бал булырға тейеш. Глинтвейн ярҙамында тамаҡ ауыртыуын, тауыш үҙгәреүен бөтөрөргә мөмкин. Шулай уҡ был эсемлек тәндәге һаҡланыу сараларын көсәйтә. Эстәге вирустарҙы үлтерә лә инде.

Башлы һуған менән ингаляция яһау


Күптәр танау тонған саҡта танауға һутын тамыҙа. Әммә һуған менән һаҡ булығыҙ: күҙҙән йәш сығарыр әсе һуты танау эсендәге тирене яндырыуы ихтимал. Шулай ҙа һуған менән дауаланырға яратыусыларға түбәндәге ысулды тәҡдим итәбеҙ. Һыу ҡайнатып, ҙур ғына башлы һуғанды 4-кә бүлеп ҡырҡырға һәм һыуға һалырға кәрәк. Ошо пар менән тын алырға кәңәш ителә.

Алоэ

Алоэ һуты танауға һала торған шыйыҡса урынына. Яңы ғына һығып алынған был мөғжизәле үҫемлектең һутын танау эсендәге йомшаҡ тирене дымландыра һәм тымауҙы бөтөрөргә ярҙам итә.

Һарымһаҡ


Һарымһаҡ. Был үҫемлек, һис шикһеҙ, кеше һаулығы өсөн һанап бөткөһөҙ файҙа килтерә. Бер нисә минут эсендә ауырыу килтереүсе микроорганизмдарҙы ла үлтерә. Шуға ла уны сей килеш ашарға ла була, ҡырҡҡыслап ултыртып ҡуйып, еҫкәп кенә йөрөргә лә мөмкин.

Прополис

Әллә ниндәй ҡыйбатлы тамаҡ ауыртыуынан тип һатылған имә торған дарыуҙарҙан бер киҫәк прополис файҙалыраҡ. Беренсенән, ул ауыҙ эсендәге һәм эсәктәге бактерийҙарҙы үлтерә. Икенсенән, ул һыҙланыуҙы баҫа. Грипп һәм һыуыҡ тейгән осраҡта бер аҙ хәлеңде яҡшырта. Өсөнсөнән, иммунитетты нығыта. Эпидимия осрағында организмды төрлө вирустарҙан һаҡлай.

Шулай ҙа медицина хеҙмәткәрҙәре үҙ белдегең менһн дауаланырға кәңәш итмәй. Тәндә хәлһеҙлек барлыҡҡа килеп, температура күтәрелһә, йә башҡа төрлө симптомдар булғанда, иң тәүҙә табипҡа күренеү кәрәк. Ә халыҡ рецептарын төп дауаға өҫтәмә рәүештә ҡулланырға тырышығыҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас: