Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
17 Декабрь 2018, 14:13
Шыршыҡай-ҡупшыҡай, һауытың ник бәләкәй
Бүләккә шыршыҡай бирҙеләр. Эх, матурлығы!!! Киләһе йыл Яңы йыл ҡаршылағанда ул тағы ла ҙурыраҡ булыр әле. Ә шулай ҙа булырмы һуң? Әллә һулып ҡуйырмы? Ылыҫлыҡайҙарҙы нисек тәрбиәләү тураһында сайттан уҡығыҙ.
Яңы йыл байрамы алдынан да күп кенә кибеттәрҙә гөл һауытында шыршы, пихта кеүек ылыҫлы ағастарҙың үҫентеһе һатыла башлай. Байрам үтер ҙә китер, ә бына уларҙы артабан нисек тәрбиәләргә? Ошо турала бер аҙ һөйләшеп алайыҡ.
Йылылыҡ яратҡан бүлмә гөлдәрен үҫтереү әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ҡояшлы тәҙрәне һайлап, ваҡытында һыу һибеп, туҡландырып тороу ҙа етә. Ә бына ылыҫлы үҫемлектәр әллә ни ҡояшты ла, күпләп һыу ҡойғанды ла, йылыны ла өнәп етмәй. Ни эшләргә? Өйҙә үҫтерер өсөн араукария, кипарис, туя, криптометрия, артыш кеүек махсус сорттарҙы алып үҫтереү кәрәк. Әйҙәгеҙ, дөйөм ҡағиҙәләргә генә туҡталайыҡ.
Беренсенән
, ылыҫлы ағастарға өҫтәмә яҡтылыҡ кәрәкмәй. Киреһенсә, бындай бүлмә гөлдәрен төньяҡҡа йәки төньяҡ-көнсығышҡа ҡараған тәҙрә яғына ултыртабыҙ.
Икенсенән
, ылыҫлы ағастар тупраҡтың дымлылығына һиҙгер. Йәйгеһен көн дә, ҡыш һирәгерәк, самалап һыу ҡойор кәрәк. Әммә тупраҡ кибергә лә, һыуы йөҙөп ятырға ла тейеш түгел.
Өсөнсөнән
, һауаның дымлылығы. Йәй көн дә дымландырып (һыу һиптертеп), ҡыш - мәле менән генә.
Дүртенсенән
, гөл йә үрсетмә (рассада) өсөн махсус тупраҡ бармай. Ул япраҡлы, ылыҫлы, эре ҡомло еңел генә тупраҡты ярата. Бындай ҡатнашманы әҙерләү һәр кемдең дә хәленән килмәй. Шулға ла махсус «Для хвойных» («Ылыҫлы ағастар өсөн») ҡатнашманы һатып алырға була.
Бишенсенән
, оптималь температура. Ғәҙәттә ылыҫлы ағастар 6-10 градус йылылыҡты ярата. Кеше йәшәгән өйҙә был температураны тотоп булмайҙыр ул. Моғайын да һалҡыныраҡ тәҙрә төбөндә бер аҙ еңелерәк булыр. Шул уҡ ваҡытта үтә лә ныҡ тырышып та ташламағыҙ. Температура 0°С-ҡа етергә тейеш түгел. Бәләкәй һауытта ултырған ылыҫлы ағастың тамыры өшөһә, һәләк була.
Ылыҫлы ағастарҙы ҡыш көн дә өҫтөнә һыу һиптертеү мөһим, айына бер тапҡыр махсус ҡатнашма менән туҡландырығыҙ. Үҫтерә торған ашламаны март башында бирә башларға мөмкин. Йәйгеһен ылыҫлы үҫемлекте күләгәле урынды һайлап, ергә һауыты менән ултыртығыҙ. Уны һауыттың өҫтөн йоҡа туҡыма менән ҡаплап (эсенә бөжәктәр үтеп инмәһен өсөн), һауыты ҙурлыҡ соҡор ҡаҙып ултырталар. Көҙ еткәс, көршәген ҡаҙып алалар һәм йыуып, өйгә индерәләр. Артыш менән кипарис йыл әйләнәһе асыҡ һауала үҫә ала.
Һауытын алмаштырыу.
Магазинда һатылған йоҡа ғына һауытта уны оҙаҡ һаҡларға ярамай. Уны диаметры 10-15 см-ҙан да артмаған балсыҡ, пластмасс һәм керамик һауытҡа ултыртырға мөмкин.
Ылыҫлы үҫемлектәр тупраҡ алыштырғанды әллә ни өнәп етмәй. Шуға ла ике-өс йылға бер генә һауытын алыштырығыҙ. Унда ла тупрағын ҡаҡмай ғына, ипләп кенә ҙурыраҡ һауытҡа күсерегеҙ. Һауыт төбөнә керамзит йә ағас күмерен һалырға онотмағыҙ. Уның өҫтөнә бер аҙ тупраҡ өҫтәгеҙ.
Үҫкән саҡта остарын һындырып тороғоҙ. Буйға үҫмәй, бәләкәй генә ҡыуаҡлыҡ хасил булһын өсөн дә осон өҙөп торор кәрәк.
Тап ошо осраҡта ылыҫлы гөлөгөҙ һеҙҙе үҙенең матурлығы менән һөйөндөрөп торор.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде