Дилбәр Биктимерованы беҙ матурлыҡ оҫтаһы, күҙ йомған арала һине танымаҫлыҡ матур итеп үҙгәртә алған парикмахер, шәп эшҡыуар тип беләбеҙ. Хәстәрлекле ҡатын һәм әсәй, уңған хужабикә, әүҙем йәмәғәтсе, йыр-моңға һәләтле ханымдың нисек барыһына ла өлгөрөүенә лә хайран ҡалаһың. Тырышлығы, уңғанлығы менән үҙ матурлыҡ салонын асҡан, күптәрҙең яратҡан парикмахерын ошо көндәрҙә үҙем өсөн икенсе яҡтан да астым. Әйҙәгеҙ, был хаҡта уның менән әңгәмәлә дауам итәйек.
- Дилбәр, һинең “Ҡытайға барам” тигән һүҙҙәрең ишетелеп тә өлгөрҙө, һин ул яҡтарҙан йөрөп тә ҡайтҡанһың икән...
- Эйе (йылмая). Кемдер өсөн ҡапыл һәм тиҙ генә килеп сыҡһа ла, мин был сәйәхәткә үҙемде ике йыл әҙерләнем, өгөтләнем.
- Күптәр сәйәхәт итергә генә хыял иткән данлыҡлы илгә һинең медицина клиникаһы өсөн барыуың үҙе бер саялыҡтыр.
- Әлләсе (йылмая)
- Һинең бүлмәне балҡытып, 32 теш менән йылмайып ебәреүеңә ҡарап хәҙер серҙе асырға ла була...
- Сер итеп һаҡламаным да, шикелле (йылмая). Ысынлап та хәҙер рәхәтләнеп йылмайһам да була, мин Ҡытайҙың стоматология клиникаһына барып, тештәремде тәртипкә килтереп ҡайттым.
- Ә ни өсөн нәҡ Ҡытай табиптары?
- Унда медицина, шул иҫәптән стоматология йүнәлеше бик үҫешкән. Хаҡтары ла беҙҙәге кеүек “тешләшмәй”. Мәҫәлән, тулыһынса импланттар ҡуйҙырыу өсөн беҙҙә миллион һумдан ашыу китһә, Ҡытайҙа иң ҡиммәтле цирконийҙан 350 – 450 мең һум. Һиҙелерлек айырма бит. Ҡытай стоматологтары тештәрҙе тәбиғи, сифатлы һәм матур итеп тә ҡуя.
- Ә уларҙың шулай оҫта ла, матур ҙа эшләүен ҡайҙан белдең?
- Ошонан дүрт йыл самаһы ҡунаҡта таныш ҡатындың иҫ китмәле матур йылмайыуына иғтибар иттем. Тештәре ап-аҡ, тип-тигеҙ. Һөйләшеп, белешә башланым. Баҡһаң, ул Ҡытайҙа булғанда теше һыҙлап киткән. Түҙә алмағас, ул шундағы клиникаға мөрәжәғәт иткән. Улар һыҙлаған тешен дауалап, ҡалғандарын да тәртипкә килтерергә, етмәгәндәрен ҡуйырға тәҡдим иткән. Ҡатын хаҡын белешкән. Беҙҙәгенә ҡарағанда сағыштырмаса арзан булғас, ризалашҡан. Шул тиклем ҡыуанып ҡайтҡан. Бер юлы бар тештәреңде йүнәтһендәрсе әле! Беҙҙә бит икенсерәк технология менән эшләйҙәр. Әгәр бер тешеңде дауаларға барһаң, янындағы боҙолоп торған тештәреңә иғтибар бирмәйҙәр. Ә Ҡытайҙа бер юлы эшләйҙәр.
- Һин шул ҡатындан клиниканың адресын һорап алдыңмы?
- Юҡ. Мин уға күптәр шулай барып тешен эшләтеп ҡайтыр ине, һин ҡытай телен апаруҡ беләһең, бәлки, шул клиника менән һөйләшеп, теләгән кешеләрҙе оҙатып йөрөрһөң, үҙеңә лә аҙмы-күпме аҡса сығарырға була, тинем. Ул күпмелер уйлағандан һуң ошо йүнәлештә эш асып ебәрҙе. Бына дүрт йыл самаһы беҙҙең кешеләрҙе Ҡытайға алып барып, “зубастик” итеп алып ҡайта (көлә).
- Һин дә уның йылмайыуына ҡаршы тора алманың инде? Шуға күрә Ҡытайға барырға булдың?
- Юҡ, мин оҙон юлда йөрөргә бөтөнләй яратмайым. Ваҡыт үтә бара һәр кемде тештәре борсой башлай. Мин был йәһәттән бигерәк тә “бәхетле” булып сыҡтым. Һау тештәремде яңылыш игәп сығарғандары ла булды, ҡуйҙырған импланттар бер ай ҙа тормай төшөп ыҙалатты. Быға экология ла, һыуҙың сифаты ла, беҙ, ҡатындарҙың, кәрәгенә лә, кәрәкмәгәненә лә тешләнеп йөрөүебеҙ тәьҫир итәлер. Ә тештәрҙе дауалау ни тиклем ҡиммәт бит. Ай һайын стоматологтарға сабып, аҡса түгеү үҙәккә үткәс, ниһайәт, Ҡытайға барырға йөрьәт иттем. Әлбиттә был йәһәттән мине аңлап, терәк булған ирем Хәлилгә, балаларыма ҙур рәхмәт. Әгәр ғаиләң һине әйҙүкләп, ярҙам итеп тормаһа, ундай алыҫ яҡҡа нисек сығып китәһең. Шуға күрә ҡәҙерлеләремә бик рәхмәтлемен.
- Ҡытайға барыу нисә сәғәтте алды?
- Һигеҙ сәғәт остоҡ. Миңә, самолетҡа тәүге тапҡыр ултырған кешегә, барыһы ла яңы, ҡыҙыҡ ине. Шул уҡ ваҡытта ҡурҡыу, шомланыу ҙа булды. Шулай ҙа самолетта осоу бик оҡшаны. Үҙемдән аҫтағы болоттарға һоҡланып, 8 сәғәт буйы беҙҙе хәстәрләп, ашатып-эсереп йөрөгән һылыу-һылыу стюардессаларға хайран ҡалып, барып еткәнде лә һиҙмәй ҡалдыҡ.
- Барып төшкәс ҡайҙа барырға тип аптырандығыҙмы?
- Юҡ, был эште асып, оҙатып йөрөүсе танышым барыһын да белә. Унан, һәр килгән төркөмгә (беҙ алты кеше булдыҡ) клиника таксист беркетеп ҡуя. Ул оҙатып йөрөй. Бер аҙна булдыҡ. Ошо ваҡытта Паша (исеменә баҫымды икенсе ижеккә яһарға кәрәк) беҙҙе кәрәк ергә алып барып, һаҡлап-ҡарап алып йөрөнө. Русса ҡәҙимге һөйләшә белгәс, беҙгә рәхәт булды.
- Шунда уҡ клиникаға барҙығыҙмы?
- Эйе, барып теркәлдек тә, беҙҙе юл аша ғына булған ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар. Унан тештәрҙе ҡарап, тейешле процедура тәғәйенләп, эште башлап та ебәрҙеләр. Стоматологтар ҙа система ҡуйыуына аптыраным. Сөнки бер юлы ике система ҡуйҙылар. “Ни өсөн?”-тип һорағайным, улар миңә аптыраны, шикелле. Ҡуйған тештәр тиҙерәк йүнәлһен, тире бөтәшһен, витаминланыу өсөн икән (йылмая).
- Уларҙа медицина алға киткәне тойоламы?
- Эйе, ныҡ һиҙелә. Мәҫәлән, системаны улар ҡулдың һыртына, тиҙ генә ҡуя. Бер кем дә һинең ҡан тамырыңды эҙләп, энә менән соҡоп бөтмәй. Төрлө медицина ҡоролмаларының күплеге, компьютер технологияһы ныҡ ҡулланылыуы, бар нәмә автоматлаштырылыуы шунда уҡ күҙгә ташлана. Беҙ уларҙың күбеһен белмәйбеҙ ҙә, ҡайһы кнопкаға баҫырға тип аптырап тораһың әле (йылмая).
- Күптәр стоматологҡа ауыртыуҙан ҡурҡып бармай. Шулай итеп тештәр бөтә. Ә Ҡытайға барып, бар тештәрен эшләтеп ҡайтҡандар үҙҙәрен нисек тоя һуң?
- Ысынлап та, теш врачына йөрөү беҙҙә батырлыҡҡа тиң (йылмая). Сөнки хатта ауыртмаһын өсөн һалдырған уколды яһағансы ла ҡалтырап ултыраһың бит. Мин дә шунан бик ҡурҡҡайным. Әммә ауыҙҙы астырып бер нисә урында семеткән генә һымаҡ булды ла (уларҙың укол һалыуы шулай), артабан инде бер нәмә лә тойманым да, һиҙмәнем дә. Ҡытай стоматологтары яныңдан китмәй, хәлеңде һорай, ҡарай, система ҡуя. Шуға күрә улар күптән ауыртыныуһыҙ стоматологияға килгәндер, тип уйлайым.
- Һеҙ барған клиникала тештәрҙе генә тәртипкә килтерәләрме?
- Юҡ, күптәр унда йәшәреү өсөн дә килә. Был йүнәлештә лә бик уңышлы эшләйҙәр. Унан традицион Ҡытай медицинаһы ныҡ үҫешкән, төрлө процедуралар бар. Килгәс тә, йөрәкһепме, әллә самолеттанмы, ҡан баҫымым күтәрелеп китте. Беҙ бәлә һалып өйрәнмәгәнбеҙ бит, бүлмәмдә шым ғына ятырға булдым. Минең бергә барған ҡатындар был хаҡта клиникала әйткәндәр. Мине шунда уҡ энә менән сәнсеп дауалауға алып киттеләр. Мин “юҡ” тейем, беҙҙе ҡаршы алған, ошо клиника хужаһы Алеша “Аҡса тейһеңдер инде, ярай, минән бүләк булыр” тине. Ярты сәғәттән минең ҡан баҫымым ошо энәләр менән генә нормаға килде һәм башҡаса ыҙалатманы.
- Клиника хужаһы урыҫмы әллә?
- Юҡ, ул ҡытай. Исемен шулай Алексей тип ҡушҡандар. Ярлы ғаиләлә тыуып үҫтем, әммә тырышлығым менән күтәрелә алдым, тей. Бик матур йырлай. Беҙҙе яҡын кешеләре килгәндәй ҡунаҡ итеп, йола буйынса ғына бешерелгән пекин өйрәге менән һыйланы. Экскурсияларға йөрөттө. Быяла күпер өҫтөнә баҫып, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалды.
- Парикмахер булараҡ, уларҙа нисек сәс ҡырҡыуҙарын ҡарағанһыңдыр?
- Эйе. Улар тиҙлеккә эшләй икән. Минең кеүек технологияны ҡулланып сәс ҡырҡыуҙарын күреүе ҡыҙыҡ булды. Сөнки уны һирәктәр ҡуллана.
- Һинең Ҡытайҙа төшөргән видеоларыңдың береһендә һиңә “красивая” тип ҡысҡырғандарын ҡарағайным.
- Эйе (йылмая). Уларға һары сәслеләр ныҡ оҡшай. Шуға миңә күптәре шулай “красивая” тип кенә өндәште. Ә исемемде үҙҙәренең яйына һалып Тимбао тинеләр (көлә). Күпме генә Дилбәр тип әйттереп ҡараманым, булманы. Сәфәремдең аҙағына тиклем бар ҡытайҙар өсөн Тимбао булып ҡалдым.
- Ҡытай халҡы тураһында ниҙәр әйтер инең?
- Улар бик эшлекле, тынғыһыҙ. Оло йәштәге ҡатындар мотоциклға оҡшаған алты урынлыҡ арбаға ултырып, такси булып йөрөйҙәр. Беҙ ҙә йөрөп ҡараныҡ. Беҙҙәге кеүек ике көн ял юҡ. Көн дә эшләйҙәр. Беҙҙең илде ныҡ хөрмәт итәләр. Күп урында Ҡытай һәм Рәсәй байраҡтары эленгән. Таксистарҙың машинаһы эсендә лә беҙҙең илдең кескәй флагы ҡуйылған. “Катюша” йырын ныҡ яраталар. Шуға беҙ таксила ҡысҡырып “Катюша”ны йырлап йөрөнөк (йылмая). Шулай уҡ улар ҡунаҡсыл һәм сабыр. Беҙҙең менән бергә барған ҡатындар фотоға төшәбеҙ тип барып туҡтатһалар ҙа, машиналарының эсенә инеп ултырһалар ҙа, йылмайып, түҙемле генә көтөп тик торалар.
- Ә аш-һыуға килгәндә?
- Дөгө һәм ныҡ боросло, ауыҙҙы яндырып торған ризыҡ. Икмәктәре лә дөгөнән – ҡағыҙ кеүек ап-аҡ. Беҙ күберәк дөгө ашаныҡ. Уны һыуға ғына, тоҙһоҙ һәм майһыҙ бешерәләр. Сәйҙәре – йогурт һымаҡ, ҡуйы. Автоматтарҙан сәй ҙә, ҡәһүә лә алып була. Әммә улар шулай ҡуйы. Шуға сәй эсеү өсөн сәйхананы барып таптыҡ. Урыҫ кухняһын тәҡдим иткән ресторанға барып, борщ ашап тамаҡ туйҙырып алдыҡ. Сөнки дөгө ныҡ ялҡытҡайны (көлә).
- Рәсәйҙе беләләр, ә Башҡортостанды?
- Алексей йырлап ишеттергәс, мин дә башҡортса бер йыр башҡарҙым. Улар һоҡланып тыңлап ултырҙы ла, унан “это не русский язык” тинеләр. Шунан Башҡортостан, башҡорт тигән төшөнсәләрҙе уларға ла еткерҙем. Шулай уҡ беҙҙең йәш стоматологтарҙы практикаға алып, өйрәтеп ҡайтарһағыҙ ине, тигән теләгемде еткерҙем. Әлбиттә, бар нәмә аҡсаға барып терәлә. Бер кем дә беҙҙең балаларҙы унда бушлай уҡытып-өйрәтеп ҡайтармаясаҡ. Шулай ҙа беҙҙең стоматологтар ҙа ҡытайҙарҙың технологияһын өйрәнеп, тештәрҙе еңел дә, арзаныраҡ та эшләй башлар, тип ышанғы килә.
- Ҡытай әйберҙәренең сифаты юҡ, шуға арзан тигән фекер бар.
- Медицинаһына килгәндә, был дөрөҫ түгел. Улар эшләгән тештәренә 15 йыл гарантия бирә. Бынан тыш улар ниндәй шарттарҙа, нисек эшләүҙәрен күреп, медицинаның ныҡ алға китешен шунда уҡ күрәһең. Әйбер, кейемгә килгәндә, уларҙың төрлөһө бар. Беҙ Ҡытай баҙарында булдыҡ, унда иҫ киткес сифатлы кейем күп. Улар ҡиммәтерәк. Беҙҙең алыпһатарҙар арзанын, сифатһыҙын ташый илгә, шуға күрә шундай фекер йәшәйҙер.
- Ҡытайға тағы барырға, унда оҙағыраҡ йәшәргә теләгең бармы?
- Юҡ, быныһы ла артығы менән етте (көлә). Сөнки ҡайҙа ғына йөрөп, ниндәй иҫ китмәле күренештәргә шаһит булһам да, үҙемде Баймағымдан ситтә күҙ алдыма килтерә лә алмайым. Беҙҙең ерҙәргә еткән урындар юҡ донъяла.
- Дилбәр, ихлас, асыҡ әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт. Сөнки беҙ, ҡатын-ҡыҙ халҡы, матур, һау-сәләмәт, йәш булып ҡалыу өсөн ниҙәр эшләүебеҙҙе бөтөнләй һөйләргә яратмайбыҙ бит. Һинең әңгәмәң күптәр өсөн ҡыҙыҡлы мәғлүмәт кенә түгел, кәңәш тә булыр. Уңыштар һиңә!
Гүзәл Иҫәнгилдина әңгәмәһе.