2025 йылдың 5 февраленән креатив индустриялар тураһында федераль закон ғәмәлгә инде. Был закон иҡтисадтың ижади секторын яҡлауҙа һәм таныуҙа мөһим аҙым булып тора. Креатив индустриялар сәнғәт, дизайн, музыка, мода, кино һәм башҡа йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.
Беҙҙең район ижади һәм талантлы кешеләре менән дан тота. Шуларҙың береһе-кондитер Гүзәлиә Уразбаева, "Guzeliya cake" кафеһы хужаһы. Уның кафеһында яңы бешерелгән бәлештең хуш еҫенән ауыҙ һыуҙары ҡойола. Гүзәлиә үҙ эшенең профессионалы ла булһа ла, эшен тағы ла камиллаштырыу өҫтөндә тырышып эшләй. Уның уңышының сере - үҫергә, эксперименттар үткәрергә һәм ижади эш итергә ынтылыу. 2024 йылда ул шәхси эшҡыуар булараҡ үҙ юлын башлай һәм кафе-кондитерлыҡ аса. Ул ни өсөн был юлды һайлаған? Сөнки кешеләргә шатлыҡ килтерергә ярата. Продукцияма һәр ваҡыт заказ бар, ти Гүзәлиә Әҙеһәм ҡыҙы. Эшҡыуарҙар өсөн төрлө программалар эшләгән өсөн ул республика Башлығы Радий Хәбировҡа, Хөкүмәткә, район хакимиәтенә лә рәхмәтен белдерҙе. Уңыштар һиңә, уңған эшҡыуар!