«Экопродукт» компанияһы киңәйеүен дауам итә. Ул өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инде. Күптән түгел компания цехты яңыртты. Яңы ҡорамалдар һатып алынды. Һәр береһе 300 литрлыҡ өс сублимация ҡоролмаһы ҡуйылған. Компанияның бөтәһе биш ҡоролмаһы бар: өс Рәсәй, ике Корея етештереүендә. Әҙер продукцияны эшкәртеү һәм ҡойоу линияһы тулы ҡеүәтенә эшләй. Компания шулай уҡ Мәскәү дәүләт университетының микробиология факультеты хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында һөт сәнәғәте өсөн әсеткес булдырыу буйынса проектты башлай. Ул сит ил партнерҙары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә һәм даими рәүештә Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға продукция оҙата. Был үҙгәрештәр ҡырҡтан ашыу эш урыны булдырасаҡ. Урындағы фермерҙар үҙ продукцияһын һатыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр ала.
Компания продукцияһын Баймаҡ ҡалаһы, Куйбышев урамы, 77-се йорт адресы буйынса Һәм «Складок»магазиндарында һатып алырға мөмкин.