Быйылғы йәй үҙенең мул уңышы менән ҡыуандыра. Йәкшәмбе баҙарында һәм Тыныслыҡ урамында урынлашҡан «Монетка» магазины янындағы сауҙа нөктәләрендә көн дә һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа күп була. Ә унда йәшелсә-емештең ниндәй генә төрө юҡ!
Минең сираттағы эш сәфәремдең маҡсаты һатыуға сығарылған емеш-еләк, йәшелсәләрҙең хаҡтарын асыҡлауға ҡайтып ҡалды.
Үткән йома көнө һатыуҙа иң күп емеш - ер еләге ине. Уның 5 литрын 1400-1500 һумға, 10 литрын 3000 һумға тәҡдим иттеләр. Ҡыҙыл ҡарағаттың 2 литры - 300-400 һум булһа, ҡурай еләгенең 3,5 литры- 1500 һум торҙо.
Ҡайһы яҡтарҙан килдегеҙ, тип ҡыҙыҡһынам ер еләге менән һатыу итеүселәрҙән. «Беҙ Үрге Иҙрис ауылынан килдек. Еләкте үҙебеҙ йыйҙыҡ. Һатып, аҡсаһына уҡыу кәрәк-яраҡтары алырға уйлағайныҡ», - тине ҡыҙҙар һәм исемдәрен яҙмауҙы һоранылар. Улар һатыуға ер еләгенән тыш, ҡайын еләген дә алып килгәйне.
«Беҙҙең яҡта айыуы ла күп, еләге лә, - тип йылмайып һүҙ башланы Икенсе Этҡол ауылынан килеүсе Гөлшат Рәхимова. - Айыу ауылдашыбыҙҙы талағандан һуң, урманға барырға ҡурҡабыҙ, әлбиттә. Кемдер емеш артынан бөтөнләй йөрөмәй, кемдер икенсе яҡтарҙан йыйыуҙы хуп күрә. Беҙ урман эсенә инмәй, еләкте ситтән генә йыйырға тырыштыҡ. Ҡайнатмалар эшләнек, туңдырғысҡа ла һалдыҡ. Иң беренсе йыйғаныбыҙҙан тәмле итеп пирожкилар бешерҙек. Үҙебеҙгә етерлек йыйғас, бына бөгөн һатыуға ла алып килдем. Бөтөн кешенең дә барып йыйыу мөмкинлеге юҡ бит».
Баймаҡ ҡалаһынан Гүзәл Йәсәүиева йыл һайын ер еләгенән мул табыш ала. Ул баҙарҙа һөт ризыҡтарын һатыуҙан тыш, еләк-емеш менән дә сауҙа итә. «Ер еләген ғаиләбеҙ менән йыябыҙ. Көн һайын һатыуға алып киләм. Һатып бөтөп ҡайтам», - тине ул. Сер булмаһа, был файҙалы ла, тәмле лә ризыҡтың күпме килем килтереүе менән дә ҡыҙыҡһындым әңгәмәсемдән. «Йыл да еләктән уртаса 70 мең һум тирәһе аҡса эшләйбеҙ. Килгән килемде файҙалы эштәргә тотонорға тырышабыҙ. Малды күпләп тотҡас, бесән эшләүгә техникаһы ла кәрәк. Тракторға запчастар алабыҙ», - тине ул. Уңған ханым менән аралашыу миндә тик һоҡланыу тыуҙырҙы.
Һатып алырға килеүселәрҙең дә фекерҙәре менән ҡыҙыҡһынып үттем. «Бер яҡтан, 5 литр өсөн 1500 һум бер аҙ ҡиммәтерәктер, тип иҫәпләйем. Икенсе яҡтан уйлаһаң, уны сүпләп йыйыуы ла анһаттан түгел. Кәрәк булһа, хаҡына ҡарап тормай алабыҙ инде. Йыл һайын үҙебеҙ йыя инек, быйыл ейән-ейәнсәр килде ҡунаҡҡа, уларҙы көтәбеҙ. Еләккә барырға әлегә ваҡыт юҡ», - тип йылмайҙы Ҡуянтау ауылынан килгән Мәфрүзә исемле ханым.
Емеш-еләктән тыш, йәшелсәләргә лә һорау ҙур. Яңы картуфтың бер килограмын - 80, ҡыярҙы - 100, помидорҙы - 150, һуғанды 65 һумға алырға мөмкин ине. Ҡарбуздың килограмы 55 һум менән һатылһа, ҡауындыҡы - 150 һум.
Эйе, йәйҙең бер көнө - ҡышты туйҙыра. Мул, сумарт, еләкле миҙгелде һәр кем файҙаланып ҡалырға тырыша. Кемдер һата, кемдер һатып алып ҡыуана. Нисек кенә булмаһын, иҫәнлек-теүәллектә ашарға яҙһын!
Альбина Байегетова.