Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
7 Март , 11:00

"Йондоҙ" салоны 8 мартҡа үҙ бүләген әҙерләгән

“Йондоҙ” матурлыҡ салонында ҡатын-ҡыҙҙар яратҡан тағы бер хеҙмәтләндереү бар. Ул үҙеңә макияж эшләргә өйрәнеү. Йыш ҡына әсәләр үҙҙәренең ҡыҙҙарын алып килә. Сөнки үҫмер осоронда уҡ ҡыҙҙар үҙҙәрен нисек тәрбиәләргә икәнлеген өйрәнергә тейеш. Мәҫәлән, ҡаш йолҡҡанда уның йүнәлеше дөрөҫ булырға тейеш. Юғиһә, яңылыш йолҡолған ҡаштар оҙаҡ проблемалар тыуҙырасаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар “Йондоҙ” матурлыҡ салонына үҙ косметичкаһы менән килә. Гөлкәй уларҙы ҡарап кәңәштәрен бирә, макияж һалырға өйрәтә, ниндәй кремдар ҡулланырға кәрәклеге тураһындағы серҙәрҙе аса. Иртәнге, көндөҙгө һәм киске, эш һәм байрам мәжлестәре макияжының да төрлө булыуы аңлатыла...

"Йондоҙ" салоны 8 мартҡа үҙ бүләген әҙерләгән
"Йондоҙ" салоны 8 мартҡа үҙ бүләген әҙерләгән

Йондоҙ” матурлыҡ салоны 8 мартҡа үҙ бүләген әҙерләгән

Гөлкәй Ишембәтова матурлыҡ йүнәлешендә тиҫтә йылға яҡын эшләй. Бала саҡтағы һәр ҡыҙыҡайҙың матурланырға, әсәй күрмәгәндә генә уның помадаһын-кремын һөртөп ҡарау ҡылыҡтары уның яратып башҡарған шөғөлөнә әүерелгән.

Һигеҙ йыл элек асылған “Йондоҙ” матурлыҡ салоны күптәргә таныш. Бында ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн сәс киҫтереү, йыуыу, буятыу, прическа эшләү һәм башҡа хеҙмәтләндереүҙән тыш, модаға ярашлы төрлө ысулдар ҙа индерелеп килә. Улар – ҡаштарҙы тәртипкә килтереү, керпек үҫтереү, маникюр, татуаж. Был атап үтелгән һәр эштең дә үҙенең әллә нисәмә төрлө йүнәлеше бар. Ирекһеҙҙән, гүзәллектең юҡтыр сиктәре, тип уйлап ҡуяһың.

Гөлкәй Ишембәтова эшҡыуарҙарға ярҙамға килгән төрлө дәүләт программаларын да күҙәтеп килә. Былтыр көҙ ул 350 мең һум күләмендәге адреслы социаль ярҙам ала. Был аҡсаны Гөлкәй Айрат ҡыҙы матурлыҡ салонына тейешле ҡоролма һатып алыуға тотона. Шулай уҡ адреслы социаль ярҙам матурлыҡ йүнәлешендә эшләргә теләгән ҡатын-ҡыҙҙарға белем биреүгә лә тотонола. Гөлкәй байтаҡ йылдар үҙенең оҫталығына башҡаларҙы ла өйрәтеп, уларға аҡса эшләү юлын аса. “Миндә 14 йәштән 50 йәшкә яҡынлап килгән ҡатын-ҡыҙҙар керпек үҫтереү, маникюр яһау, ҡаштарҙы тәртипкә килтереү серҙәренә өйрәнә. Гүзәл заттың маҡсаты ябай, әммә мөһим – үҙен, ғаиләһен ҡарарлыҡ аҡса эшләү. Һәр ҡатын-ҡыҙ, бер нимәгә ҡарамаҫтан, һылыу, матур, йәш булып ҡалғыһы килә. Шуға күрә беҙҙең эшебеҙ һәр саҡ кәрәк. Мәктәптә уҡыған ҡыҙҙар ҙа миндә уҡып, сертификат алып, үҙҙәре мастер булып китә. Өлкәнерәк ҡатындар ҙа килә. Уларға һаулығынан сығып эш итергә кәңәш итәм. Мәҫәлән, өлкәнәйә бара керпек үҫтереүе ауыр, сөнки яҡшы күрергә кәрәк. Уларға ҡашты тәртипкә килтереү йәки керпекте икенсе ысулдар менән матурлау серҙәренә өйрәтәм. Сертификат алырға уҡыған ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙемдә үк стажировка үткәрәм. Был миңә уларҙың хаталарын йәки нимә килеп сыҡмауын щунда уҡ күреп, төҙәтергә ярҙам итә. Шулай уҡыуы ҡыҙҙарға ла күпкә еңел. Уҡыусыларымдың үҙҙәре эш асып, уны уңышлы алып барыуын күреп һөйөнәм. Баймаҡтан ғына түгел, Бөрйән, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан, Сибай ҡалаһынан килеп уҡығандар күп. Кемдер үҙен нәҡ матурлыҡ йүнәлешенә генә бағышларға уйлай, кемдер төп эшенән тыш өҫтәмә килем булһын өсөн уҡый. Шуға күрә уҡыусыларым араһында студенттар, декреттағы әсәләр генә түгел, ә төрлө һөнәр эйәләре лә бар. Уҡыуы ҡиммәт тип уйламайым. Миндә сертификат алыу өсөн 10 мең һум түләйҙәр. Уҡыусыларым һәр саҡ була. Бер ҡасан буш булмайым. Бынан тыш мин уларға социаль селтәрҙәрҙә үҙ эшен рекламалаған битләүектәрҙе нисек алып барырға кәрәклеген дә өйрәтәм. Был зште башлап китеү өсөн бик мөһим. Баштан уҡ өйрәтә башлағас, ҡыҙҙар сертификат алыуға үҙ клиент базаһын булдыра йәғни үҙенә йөрөйәсәк гүзәл заттарҙы ла табып өлгөрә”,-тип уртаҡлашты эш тәжрибәһе менән Гөлкәй.

Йондоҙ” матурлыҡ салонында ҡатын-ҡыҙҙар яратҡан тағы бер хеҙмәтләндереү бар. Ул үҙеңә макияж эшләргә өйрәнеү. Йыш ҡына әсәләр үҙҙәренең ҡыҙҙарын алып килә. Сөнки үҫмер осоронда уҡ ҡыҙҙар үҙҙәрен нисек тәрбиәләргә икәнлеген өйрәнергә тейеш. Мәҫәлән, ҡаш йолҡҡанда уның йүнәлеше дөрөҫ булырға тейеш. Юғиһә, яңылыш йолҡолған ҡаштар оҙаҡ проблемалар тыуҙырасаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар “Йондоҙ” матурлыҡ салонына үҙ косметичкаһы менән килә. Гөлкәй уларҙы ҡарап кәңәштәрен бирә, макияж һалырға өйрәтә, ниндәй кремдар ҡулланырға кәрәклеге тураһындағы серҙәрҙе аса. Иртәнге, көндөҙгө һәм киске, эш һәм байрам мәжлестәре макияжының да төрлө булыуы аңлатыла. Бер мәртәбә матурлыҡ оҫтаһы ҡарауы аҫтында биҙәнергә өйрәнгән ҡатын-ҡыҙҙар күп һорауҙарына яуаптар табып, кәңәштәр алып, ҡыуанып сығып китә. Хәҙер инде улар ҡайһы һөрмәне тартырға, ниндәй төҫ ҡулланырға тип аптырап ҡалмай. Быларҙың барыһын да, тиренең төрөнә, биттең төҙөлөшөнә, күҙҙәрҙең төҫөнә ҡарап, Гөлкәй өйрәтеп сығара.

Йондоҙ” матурлыҡ салонынан кешеләр өҙөлмәй. Әлеге ваҡытта бында биш паримахер, ике маникюр мастеры эшләй. Гөлкәйҙә уҡып, сертификат алып киткән ҡыҙҙар ҙа, каникулға йә ялға Баймаҡҡа ҡайтҡанда, “Йондоҙ” салонына килеп эшләй.

Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан, 7-8 мартта, беҙҙә бар гүзәл заттар өсөн һөйөнөслө ташламалы акциялар буласаҡ. Төп акция – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, һәләк булған яугирҙәрҙең әсәйҙәре, ҡатындары һәм ҡыҙҙары өсөн. Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, килегеҙ, барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ. Һәм, әлбиттә, барығыҙҙы ла Яҙҙың тәүге байрамы менән! Һәр саҡ матур булып ҡалығыҙ, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ!”-тине Гөлкәй Ишембәтова. Шулай уҡ ир-егеттәр “Йондоҙ” салонының сертификатын ҡатын-ҡыҙҙарға бүләк итә ала. Ул һәр кемгә шәп бүләк буласаҡ.

Йондоҙ” матурлыҡ салонына яҙылыу өсөн 89273174408? телефонына шылтыратығыҙ. Адресы Баймаҡ ҡалаһы, Еңеү урамы, 2.

Эйе, гүзәллектең юҡтыр сиктәре! Ә бар ҡатын-ҡыҙҙарға сибәрлек, матурлыҡ бүләк иткән, үҙ эшен башлап ебәреүгә тәүге ышаныслы аҙымдарҙы бүләк иткән Гөлкәй Ишембәтоваға ҙур-ҙур уңыштар һәм бәхет теләйбеҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: