– Әлфинур, тәүҙә үҙең менән таныштырып кит әле.
– 1983 йылда Икенсе Этҡол ауылында донъяға килгәнмен. Миңә ике йәш булғанда Баймаҡҡа күскәнбеҙ. Ҡаланың 3-сө мәктәбен, унан һуң Сибай сауҙа-иҡтисад колледжын тамамланым.
– Әммә, белеүемсә, хеҙмәт юлың был йүнәлеш буйынса китмәгән?
– Эйе. Мин төрлө урындарҙа эшләнем, бер-бер артлы балалар тыуғас, оҙаҡ ҡына декрет ялында булдым.
– Тимәк, һин бәхетле әсәй ҙә?
– Аллаға шөкөр. Тормош иптәшем Илһам Ишбулды улы менән биш балаға ғүмер бирҙек. Өләсәйем Фәриға Ямантаева Мерәҫ ауылыныҡы. Мине ошо ауыл ҡыҙы тиергә лә була. Сөнки бала сағымдың күп өлөшө шунда үтте. Һәм бәхетемде лә ошо ауылда таптым, Мерәҫтән Әйүповтар ғаиләһенә килен булып төштөм. Ҡайным мәрхүм Ишбулды Ғәйзелхаҡ улы менән ҡәйнәм Мәғрифә Аллабирҙе ҡыҙына үҙ балаһылай ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәтлемен.
– Һин бәләкәй сағыңдан бешеренергә яратаһыңмы?
– Ысынлап та шулай. Иң тәүге әҙерләгән тәмлекәсем бисквит кексы булды. Ул ваҡытта миңә 5 кенә йәш ине. Был хаҡта инәйҙәрем әле лә көлөп һөйләй. Ғөмүмән, өләсәйем Фәриға Ямантаева ла, Ниғәмәттә йәшәүсе ҡартәсәйем Рәйсә Утарбаева ла, әсәйем Заһира Утарбаева ла аш-һыуға оҫта хужабикәләр. Мин уларҙан күп нәмәгә өйрәндем.
– Пекарня асыуға нисек йөрьәт иттең? Сөнки районда пекарнялар ҙа, өйҙә бешереп һатыусылар ҙа байтаҡ.
– Күп йылдар ғаиләм, яҡындарым өсөн генә бешерендем. Социаль селтәрҙәрҙә ҡайһы бер хужабикәләрҙең был шөғөл менән аҡса эшләүен күрә инем. Мин дә яратҡан шөғөлөм ярҙамында аҡса таба алам бит, тигән уй килде. Урал аръяғындағы иң оҫта пекарь-кон-дитерҙарҙан оҫталыҡ дәрестәре алдым һәм ең һыҙғанып эш башланым.
– Бындай производствоны эшләтеп ебәреү еңелдән булмағандыр?
– Ысынлап та шулай, әммә тормош иптәшем, балаларым ярҙам итеп торғас, шөкөр, эштәр алға тәгәрәне. Тәүҙә ҡала үҙәгендә кондитер цехы асҡайным. Күп тә үтмәй Стаханов урамындағы “Ҡамыр батыр” пекарняһын ҡуртымға тәҡдим иттеләр һәм бында эш башланыҡ.
– Ҙурыраҡ ерҙә ҙурыраҡ мөмкинселектәр асылғандыр?
– Тәүҙә бинаны үҙебеҙгә яраҡлаштырып, ремонтлап алдыҡ. Бында ике цех булдырҙыҡ: бер яҡта икмәк һәм башҡа икмәк ризыҡтары бешерелә, йәғни “Ҡамыр батыр” пекарняһының эшен дауам итәбеҙ. Ә икенсе цехта торттар, төрлө эслек менән бәлештәр бешерәбеҙ.
– “Күстәнәс” төркөмөндә күренеүенсә, һеҙҙең ассортимент бик бай. Яңынан-яңы төрлө тәмлекәстәр тәҡдим итәһең. Уларҙың рецепттарын ҡайҙан алаһың?
– Күп кенә рецепттарҙы үҙем уйлап сығарам. Төрлөсә бешереп ҡарайым һәм иң яҡшыһын һатып алыусыларға тәҡдим итәм. Шулай уҡ хәҙер интернетта рецепттарҙың ниндәйе генә юҡ! Әммә уларҙы ла тәүҙә үҙебеҙ өсөн генә бешереп, тәмләп ҡарайбыҙ. Оҡшаһа, һатыуға сығарабыҙ. Бына әле “Ҡырмыҫҡа иләүе”н төрлөсә бешереп, һынап ҡарайым. Иң тәмле килеп сыҡҡанын производствоға индерәсәкмен.
– Һин һатып алыусыларыңа заказдарҙы кәрәкле адресҡа алып барыуҙы ла ойошторғанһың...
– Эйе, табын әҙерләп йүгереп йөрөүсе хужабикәләрҙең былай ҙа ваҡыты тар. Быны мин бик яҡшы аңлайым. Шуға күрә заказ биреүселәремә ризыҡтарҙы илтеп ҡуйырға һәм бер һатып алыусыны ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышам. Юбилей, аят, туй, никах туйы булһынмы, сәй табынына өҫтәлде тулыһынса әҙерләп бирәбеҙ.
– Быларҙың барыһын да ваҡытында өлгөртөр өсөн ярҙамсыларың да барҙыр?
– Һәр ризыҡҡа күңел йылыһын да ҡушып бешергән оҫтабикәләр Сәлиә Вәлиева, Хәдиджә Вәлиева, Әлфинә Ғүмәрова, Мәрйәм Дәрминева, Айгизә Ҡоҙашева төп ярҙамсыларым. Улар әҙерләгән барлыҡ продукцияны ла яратып һатып алалар.
– Белеүемсә, һиңә ҡомалаҡ менән бешерелгән икмәккә заказ биреүселәр, ҡомалаҡ әсеткеһе һатып алыусылар күп. Ҡомалаҡты ҡайҙан алаһығыҙ?
– Был эште башлағансы, мин ике йыл өйҙә ҡомалаҡ икмәге бешереп һаттым. Баймаҡта ла һатып алыусыларым күп кенә булды. Ул ваҡытта ҡомалаҡты үҙебеҙ йыя инек. Ә быйыл ҙур күләмдә кәрәккәс, һатып алырға тура килде. Беренсе Этҡол, Йәнйегет яҡтарында ҡомалаҡ йыйып һа-тыусылар бар. Уны әҙерләүҙә әсәйем Заһира Нөғәмән ҡыҙының ярҙамы ҙур. Һәр эшемдә терәк-таяныс булған, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам иткән ҡәҙерлемә рәхмәтлемен.
– Ысынлап та, бындай икмәктең тәме бөтөнләй башҡаса бит. Был йүнәлеште үҫтерергә ниәтләйһегеҙҙер?
– Өйҙә икмәк бешереп һатҡанда уҡ был йүнәлеште ҙурыраҡ кимәлгә сығарыу хыялы бар ине. Әле бына һорау ҙур булғас, мәшғүллек үҙәге аша дәүләт ярҙамы юллап, махсус мейес һатып алдыҡ. Был маҡсатлы ярҙам һәм мин уны милли ризығыбыҙ – ҡомалаҡ менән икмәк бешереү производствоһы өсөн алдым.
– Ҡамыр уңып, ризығың тәмле генә булып бешһен өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Бында бер нисә шарттың үтәлеүе мотлаҡ. Иң тәүҙә ҡамыр ҡуйыусының кәйефе яҡшы булырға тейеш. Шулай уҡ бүлмәлә йылылыҡ, дымлылыҡ тейешле кимәлдә булһын. Әгәр һауа үтә ҡоро булһа, ҡамырҙың өҫтө кибеп ҡата башлай. Рецептты боҙмаҫҡа, бешереү технологияһынан ситкә тайпылмаҫҡа кәрәк.
– “Күстәнәс” төркөмөнән тыш, һатып алыусылар ассортимент менән ҡайҙа таныша ала?
– Әҙерләнгән ризыҡтарҙы фотоға төшөрөп, “Бәйләнештә” селтәрендәге битләүегемә лә һалып барам. Шулай уҡ берәй тантанаға сәй өҫтәле әҙерләп бирһәм, шунда визиткалар ҡалдырам.
– Күптән түгел төркөмдә шәп кенә бүләктәр уйнаттың.
– Эйе, ватсаптағы “Күстәнәс” төркөмөндә тороусылар өсөн ойошторҙоҡ быны. Ошо көндәрҙә тағы бер акция буласаҡ: төрлө пирогтар бешереп, ҡалалағы ойошмаларға бүләк итәсәкбеҙ. Бынан тыш, тағы ла бер уйын буласаҡ. Пекарняла һатып алыусылар өсөн махсус һауыт ҡуябыҙ, “Күстәнәс” төркөмөндә тороусы хужабикәләр нимәлер һатып алырға килгәнендә үҙҙәренең телефон һандарын ҡағыҙға яҙып, шунда һала. Ғинуар аҙаҡтарында осраҡлы тартып сығарыу юлы менән еңеүселәр билдәләнәсәк.
– Былар ниндәй маҡсатта эшләнә?
– Был акцияларҙы мин үҙемдең һатып алыусыларыма рәхмәтле булғаным өсөн ойошторам. Улар тап беҙҙә бешерелгән ризыҡҡа өҫтөнлөк биргәне, төркөмдә изге теләктәре, матур тәҡдимдәре менән күңелемде күтәреп, ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтлемен.
– Ә ни өсөн төркөм “Күстәнәс” тип атала?
– Бешеренергә яратҡас, ҡунаҡҡа йәки берәйһенә хәл белешә барғанда күстәнәсте үҙ ҡулдарым менән әҙерләргә тырышам. Шунда хужаларҙың уны ихлас ҡабул итеүе, күстәнәсең ныҡ тәмле булды, тиеүе арҡаһында күңелдә ошо һүҙгә ҡарата йылы тойғолар һалынды. Һәм ошо эште башлағанда ла, эшем ыңғай булып, күтәрелеп китһәм, һатып алыусыларыма күстәнәс биреп торормон, тигән уйым бар ине. Шөкөр, бөгөн шулай эшләйем дә.
– Ябай ғына, һәр хужабикә бешерә алырҙай берәй рецебың менән уртаҡлаш әле.
– Әйҙәгеҙ, ыуалып торған ҡамырҙан (песочный) пирог эшләйек:100 гр аҡ май менән 250 гр ондо бергә ыуалайбыҙ, 5 гр йомшартҡыс (разрыхлитель) өҫтәйбеҙ. Айырым һауытта ике йомортҡа менән 60 гр шәкәрҙе бутайбыҙ. Бары-һын да бергә ҡушып, тиҙ генә ҡамыр баҫабыҙ. Продукттар-ҙың барыһы ла һалҡын килеш булырға тейеш. Ҡамырҙы һыуытҡысҡа ҡуябыҙ, ул ни тиклем һыуығыраҡ булһа, пирог шул тиклем яҡшыраҡ килеп сығасаҡ. Эслек өсөн 20 процентлы 400 гр ҡаймаҡ, 150 мл ҡуйыртылған һөт, 2 йомортҡа һәм 100-150 гр ҡурай еләге кәрәк. Ҡамырҙы йәйеп, табаға һалабыҙ, ситтәре күтәрелеп торһон. Уға эслекте ҡоябыҙ һәм духовкаға оҙатабыҙ. Ҡурай еләге урынына ҡарағат, төшө алынған сейә һ.б. емеште ҡулланырға мөмкин.
– Әлфинур, һин дин юлындаһың. Шулай булғас, етештерелгән барлыҡ продукция өсөн таҙа, хәләл сеймал файҙаланылалыр?
– Әлбиттә. Дин юлында булмағандар ҙа шулай эшләргә тейеш, тип уйлайым. Беҙҙә итле ризыҡтар ҙа етештерелә. Бының өсөн мал һатып алып, һимертәбеҙ. Хәләл итеп салыусы кешеләребеҙ бар. Әгәр инде итте һатып алырға тура килһә, үҙебеҙ белгән ышаныслы ит һатыусылар менән генә эшләйбеҙ.
– Яҡынса нисә төр продукция етештерелә һәм уны ҡайҙан һатып алырға була?
– Пекарняла көн һайын 10-15 төр икмәк продукцияһы бешерелә. Ә кондитер цехының ассортименты бик бай, кем нимәгә заказ бирә, шул әҙерләнә. Быларҙан тыш, заказ буйынса төрлө салаттар әҙерләйбеҙ. Бының өсөн кәмендә өс сәғәт алдан заказ бирергә кәрәк. Әҙер продукцияны Баймаҡ ҡалаһы, Стаханов урамы, 46 А адресы буйынса урынлашҡан “Ҡамыр батыр” пекарняһында һатып алырға мөмкин. Шулай уҡ ҡала һәм ауыл магазиндарына ла оҙатыла. Заказ бирергә теләүселәр 8 909 350 34 24 телефоны буйынса шылтырата ала. Ватсаптағы “Күстәнәс” төркөмө аша ла эшләйбеҙ.
– Киләсәккә уй-ниәттәрегеҙ?
– Бер ваҡыт Мерәҫтә билмән, манты, голубцы кеүек продукция етештерә башлағайныҡ. Ике ай ғына эшләп ҡалдыҡ, ғаилә хәле арҡаһында ябырға тура килде. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта ла үҙ һатып алыусыларыбыҙҙы табып өл-гөрҙөк. Киләсәктә ошо йүнәлеште тергеҙергә ниәтләйбеҙ.
– Әлфинур, тынғыһыҙ эшеңде ситкә ҡуйып, әңгәмәләшергә ваҡыт тапҡаның өсөн рәхмәт. Ҡулы эш белгән кеше бер ваҡытта ла ас булмай, тиҙәр бит. Һиңә лә Хоҙай шундай һәләт биргән. Ошо һәләтеңде үҫтереп, кешеләрҙе ҡыуандырып, мәнфәғәтен күреп йәшәргә яҙһын.
Лилиә Күсәбаева әңгәмәләште.
2Vtrqw3V7Lz