-2 °С
Ҡар
Баймаҡтан Денис Өмөтбаевтың хужалығында етештерелгән ҡымыҙҙың үҙенсәлекле тәме бар. Ул продукцияның сифатына ғына түгел шешәнең тышҡы йөҙөнә лә айырым иғтибар бирә. Шуға күрә лә уларға һәр ваҡыт һорау ҙур.
“Башҡорт аты” фестиваленә Денис Өмөтбаев алып килгән ҡымыҙ күҙ асып йомған арала һатылып та бөттө. Кем өлгөргән, уларҙы фотоға төшөрөп алған.
Шешәләргә рус классиктарының портреты һынландырылған этикетка йәбештергән. Уларҙа Александр Пушкин, Лев Толстой, Антон Чехов, Сергей Аксаков, Максим Горький, Марина Цветаеваларҙың рәсеме төшөрөлгән. Бынан тыш унда ҡымыҙҙың шифаһы тураһында белешмә лә яҙылған. Этикеткаға төшөрөлгән рәсемдәрҙең авторы – Неля Акчурина.