Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
30 Март 2023, 15:20

Студент? Үҙ эшеңде асырға теләйһеңме?

Бакалавриат, специалитет, магистратура һәм аспирантура программалары буйынса уҡыған студенттар ҡатнаша ала. Теләгегеҙ булһа, 2023 йылдың 3 апреленә тиклем «Студенттар стартапы» конкурсына ғариза биреп өлгөрөгөҙ.

Бакалавриат, специалитет, магистратура һәм аспирантура программалары буйынса уҡыған студенттар ҡатнаша ала. Теләгегеҙ булһа, 2023 йылдың 3 апреленә тиклем «Студенттар стартапы» конкурсына ғариза биреп өлгөрөгөҙ.

Конкурсҡа проекттар ете тематик йүнәлеш буйынса ҡабул ителә: һанлы технологиялар, медицина һәм һаулыҡ һаҡлау технологиялары, химия технологиялары һәм яңы материалдар, яңы приборҙар һәм интеллектуаль етештереү технологиялары, биотехнологиялар, ресурстарҙы һаҡлаусы энергетика һәм креатив индустриялар.

Былтыр Башҡортостандан 59 студент  1-әр млн һум ярҙам алған. Быйыл конкурс бюджеты бер ярым тапҡырға арттырылды, тимәк, 1500 кеше грант аласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма аша алырға мөмкин: https://fasie.ru/studstartup

 

Если у вас есть инновационная идея, желание запустить свой стартап, но остались вопросы по условиям конкурса или составлению бизнес-плана/заявки, можете получить бесплатную консультацию:
????пишите ➡️ https://t.me/csi102
????звоните ☎️ 8 (347) 213-10-62

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: startap-aspect-ratio-270-176

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: