Гөлдәр Ишҡыуатова. Был исем беҙгә яҡшы таныш. Уның йырҙары менән беҙ генә түгел, хәҙер балаларыбыҙ ҙа үҫә. Һуңғы йылдарҙа ул күберәк балалар өсөн йырҙар ижад итә. Гөлдәр ханым – телевидение хәбәрсеһе, алып барыусы, танылған йырсы ғына түгел, өс бала әсәһе, тормош юлдашының ныҡлы терәге һәм шул уҡ ваҡытта эшлекле ханым да. Сәнғәтте һәм эшҡыуарлыҡты юлдаш иткән Гөлдәр Ишҡыуатоваға бөтмәҫ һорауҙарыбыҙҙы теҙҙек.
- Гөлдәр Йәҙгәр ҡыҙы, һеҙҙең йырҙар менән йәшлегебеҙ үтте, әле уларҙы балаларыбыҙ яратып тыңлай. Ижади ҡомар һеҙгә ҡайҙан килә?
- Ғаиләмдән, әлбиттә. Балаларымды һөйөп ҡыуанһам, улар өсөн йыр яҙам, тормош иптәшемә һыйынһам, көй тыуа. Ғөмүмән, уларҙан илһам алып йәшәйем.
- Сәхнәнән эшҡыуарлыҡҡа юлды нисек һалдығыҙ?
- Барыһы ла 2007 йылда эшҡыуар булараҡ теркәлеп, балалар һәм өлкәндәр өсөн аудио-видео яҙмалар етештереү, ҙур тамашалар сәхнәләштереүҙән башланды. Минең бер ҡасан да ижадтан айырылғаным булманы. Бөгөн дә телевидениела тапшырыуҙар алып барам, йырҙар ижад итәм. Тик барыһын да хәҙер элеккесә телевидение, радиоға күпләп сығарып, өлгөртөп булмай. Сөнки тормошобоҙҙа тағы ла бер йүнәлеш барлыҡҡа килде. Тормош иптәшем Рөстәм Әхмәтов менән ауыл хужалығына иғтибарҙы бүлергә тура килде. Ә барыһы ла ябай ғына планлаштырылғайны. Әсәйем Зөлфирә Әминеваның КФХ-һы менән ташландыҡ ферманың бер өлөшөн тергеҙеп, ауылдаштарҙан һауған һөттәрен һатып алып, эшкәртеп һатырлыҡ бер бәләкәй цех ойоштороп ҡына бирергә ине ниәт.
Улай анһат ҡына килеп сыҡманы. Әмәленә күрә тап шул ваҡытта “Билалстрой” ЯСЙ-һының генераль директоры Рөстәм Иғдисам улы Әхмәтов менән таныштым. Уның ойошмаһы баш ҡалала биналар төҙөү һәм ремонтлау менән шөғөлләнә ине. Ҡулдары шундай оҫта булғас, ул үҙенең эшҡыуарлығы менән бер рәттән Үрге Яйыҡбайҙағы цехта ла эште ойоштороу, ҡоролмаларҙы тоташтырыу, ҡыҫҡаһы, барыһын да юлға һалыуҙы үҙ өҫтөнә алды. Күп тә үтмәй өйләнешеп ҡуйҙыҡ. Ул етәкләгән ойошма ҙурыраҡ булғас, үҙебеҙҙең фермер хужалығын уныҡына ҡушып, әсәйемдең эшҡыуарлыҡ субьектын туҡтаттыҡ. Тик ауди-видео яҙмалар, концерттар бер нисек тә “Билалстрой” исеменә яраҡлашмай ине. Аптырағас, ул һүҙҙең беренсе, урталағы һәм аҙаҡҡы хәрефтәрен алып “БАЙ” тип ҡыҫҡартып ҡуйҙы. Миңә ул исем ныҡ оҡшаны һәм телевидениела ла эшҡыуарҙар тураһында “БАЙ” тигән тапшырыу эшләргә булдым.
- Һеҙ һәр ваҡыт “мин эшләнем”, тип түгел, ә “беҙ” тип һөйләйһегеҙ...
- Әлбиттә. Беҙҙең уңыш ул – тотош ғаиләбеҙҙең тырышлығы. Һәр ваҡыт доғалар ҡылып, маҡтап-хуплап, дәртләндереп торған әсәйебеҙ бар. Ул Өфөлә йылы аштары, матур кәңәштәре менән һағынып көтә. Ә Билалда йылы өйҙә ҡайнар сәйе менән ҡәйнәм беҙҙең өсөн өҙөлөп тора. Уңыштары менән ҡыуандырып, эшләргә, йәшәргә дәрт биргән, белдекле генә, булдыҡлы ғына балаларыбыҙ бар, әлхәмдүлиллаһ! Өлкән улым Калининградта хәрби наградалар менән хеҙмәт итеп ҡайтты. Ҡыҙым колледжды ҡыҙыл дипломға тамамлап, әле эшләп йөрөй, шул уҡ ваҡытта юғары уҡыу йортонда белемен камиллаштыра. Бәләкәй улым хоҡуҡ һаҡлау колледжында уҡый. Рөстәмдең өлкән ҡыҙы иҡтисадсы һөнәрен үҙләштереп, бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһында уңышлы ғына эшләп йөрөй. Кесеһе иһә мәктәптәге уҡыуы менән бер рәттән сәнғәт мәктәбендә лә белем ала. Фортепианола уйнап, республика һәм Рәсәй бәйгеләрендә еңеүҙәргә өлгәшә. Уларҙың үҙаллы булып, тырышып уҡып йөрөүҙәре беҙгә ҙур ярҙам.
Кооператив ағзаларының да бер ҡарашлы, берҙәм булып хеҙмәттәшлек итеүҙәре ыңғай һөҙөмтә бирә. Шуға ла “беҙ” тип һөйләмәйсә булмай.
- Башлап китеүе еңелдән булмағандыр бит...
- Ныҡлап аяҡҡа баҫырға ла өлгөрмәнек, 2014-2015 йылдарҙағы иҡтисади көрсөк башланды. Эре-эре предприятиелар ябыла башлағас, Рөстәм, бәләкәй производстволарға был ауырлыҡты йырып сығыу өсөн берләшергә кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе. Һәм ул йәмғиәттең исеме менән кооператив ойошторҙо. Сығымдарҙы бер нисә етештереүсегә бүлеп, продукция һатыуҙы күмәкләп атҡарыу, ысынлап та, хәлде еңеләйтте. Әлегәсә төҙөлөш һәм ремонт эштәрен дә алып бара, кооперативын да алға тәгәрәтә, әлхәмдүлиллаһ! Ә мин тапшырыуҙарымды әҙерләгән арала уға ярҙам итәм.
- Яңылышмаһам, тормош иптәшегеҙҙе ниндәйҙер кимәлдә ижад кешеһе тип тә әйтергә мөмкин...
- Әлбиттә! Ул тотошлайы менән ижад кешеһе. Ниндәй генә музыка ҡоралында уйнай белмәй?! Гармунда, гитарала, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа ла уйнай, бейей ҙә, йырлай ҙа. Күренекле ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов уның шундай оҫталығын күреп, ике ҡурай бүләк итте. Береһе - өйҙә уйнай торған, икенсеһе концерттар өсөн - “алтын” ҡурай. Әле лә эш араһында ҡурайҙа уйнап ала. Шулай итеп беҙҙең күңелдәрҙе күтәреп ебәрә. Элек беҙ “перекур” тиһәк, хәҙер “перекурай” тип көләбеҙ.
- Тимәк, һеҙ тормошта ла, ижадта ла, эшҡыуарлыҡта ла бергә...
- Эшҡыуарлыҡта ла шул уҡ ижади ҡараш талап ителә. Мәҫәлән, етештергән ризыҡтың төрҙәрен, этикеткалар, реклама алымдарын, эштең стратегияһын уйлап сығарыу һәм башҡалар – барыһы ла ижад. Шулай беҙ бергә эшләйбеҙ.
- Һеҙҙең кооперативта нисә төр продукция етештерелә?
- Егермеләгән. Туғыҙ төр ҡорот – ябай, муйыл, миләш, ҡара миләш, сейә, ҡарағат, бал тәмдәре менән, ыҫланған һәм киптерелгән. Бынан тыш май, эремсек, бишбармаҡ, туҡмас һалмалары, талҡан, ҡомалаҡ әсеткеһе, сәк-сәк, бауырһаҡ, буҙа “БАЙ” бренды аҫтында сыға. Кооперативта саф башҡорт ризыҡтары етештергән хужалыҡтар тупланған. Һәр береһен алып ҡараһаҡ та, уларҙың барыһында ла кеше һаулығы өсөн файҙалы витаминдар тупланған. Буҙа бауырҙы таҙарта, талҡан натураль күҙәнәктәргә бай. Ҡомалаҡтың файҙаһын белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Иҫбат итергә лә кәрәкмәй. Уларҙың барыһы ла тыуған еребеҙҙә үҫтереп алынған сеймал нигеҙендә эшләнә, бер ниндәй ҙә химик концентрат юҡ. Әлбиттә, әлегә артыҡ ҙур булмаған күләмдә етештерәбеҙ. Ләкин барыһы хаҡында ла халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы тип, ғорурланып, ауыҙ тултырып һөйләй алабыҙ. Улар кешенең сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән, тәбиғи ризыҡ. Бәлки, шуғалыр ҙа иң ауыр иҡтисади көрсөк ваҡытында ла беҙҙең кооператив ауырлыҡ күрмәй, үҫешен дауам итте.
Ә ысынын әйткәндә, әлбиттә, тик уға ғына түгел инде, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ булмаһа, идея менән генә әллә ни ҡыйратып булмай. Мәҫәлән, СССР заманындағы ҡоролмаларҙы ураған һайын ремонтларға кәрәк. Яңыларын алып, тоташтырып эшләтеп кенә ебәреүгә лә 15-25 мең һум һорайҙар. Уға әлегә беҙҙең мөмкинселек юҡ. Белгәнен дә, белмәгәнен дә, ғүмерҙә ҡулына алып ҡарамаһа ла, уларҙы Рөстәм үҙ ҡулына алып, эшләтеп ебәрә. Ярай әле ул аптырап ҡала торғандарҙан түгел. Ҡаршылыҡтар килеп сыҡҡан һайын берәй әмәлен таба ла, йәһәт кенә эшләп тә ҡуя. Оҙаҡ уйлап тормай, башына берәй идея килһә, шуны ҡайҙалыр барып атҡарыу өсөн ынтыла. Машинаны заправкалау өсөн аҡса булмаһа ла: ”Әйҙә, ярты юлға еткәнсе йә береһе бурысын ебәрер, йә үҙебеҙ бурысҡа алып торорбоҙ”, - тиһә, сыға ла китәбеҙ. Майына сыҙамағанлыҡтан түгел, ә сараһыҙлыҡтан шундай аҙымға барабыҙ. Мәҫәлән, производствоға йылына ғына ла тоннаға яҡын еләк-емеш талап ителә. Уларҙы ла табыуы еңел түгел, йә хаҡы артып китә. Гел генә кеше көнлө булғансы, тип Рөстәм Кушнаренко районынан 300 төп емеш ағасы алып ҡайтып, ихата артына ултыртты.
- Аҙыҡ-түлек ассортиментын киңәйтергә уйлайһығыҙмы?
- Әле буҙаның ике төрө булдырылды – баллы һәм лимонлы. Шулай уҡ ошо көндәрҙә “Бай” исеме аҫтында ҡыҙҙырылған көнбағыш һатыуға сығасаҡ. Декларация алдыҡ, документтары әҙер. Ул да үҙенең һатып алыусыларын табыр, тип өмөтләнәбеҙ. Бөгөн сауҙа кәштәләрендә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә етештерелгән көнбағыштар ғына бар. Ә бит үҙебеҙҙең республиканың потенциалы шундай ҙур. Райондарҙа көнбағыш үҫтергән хужалыҡтар күп. Шунлыҡтан сеймал етерлек тип уйлайбыҙ.
- Әҙер продукцияны ҡайҙа һатаһығыҙ?
- Баймаҡ, Сибай, Өфө, Стәрлетамаҡ, Магнитогорск, Салауат, Мәскәү ҡалаларындағы, Ҡырмыҫҡалы, Иглин, Белорет, Архангель районындағы сауҙа нөктәләренә оҙатабыҙ. Шулай уҡ күмәртәләй һатып алыусылар ҙа бар. Себер яҡтарына ла алып китәләр. “Вайлдберис”, “Алибаба” маркетплейстры аша ла һатыла.
- Ҡорот өсөн һөттө ҡайҙан алаһығыҙ?
- Үрге Яйыҡбай тирәһендәге фермерҙарҙан һәм шәхси хужалыҡтарҙан йыябыҙ. Үткән ҡыш уның күләмен арттырыуға өлгәштек. Ул ваҡытта кооператив тәҡдим иткән хаҡ башҡаларҙыҡынан биш һумға юғарыраҡ ине. Иптәшем бындай аҡса Билал менән һәмәндәрҙең дә эсен тишмәҫ, тип беренсе сиратта Билалға һыуытҡыс алып ултыртты. Ул кооператив юғарыраҡ хаҡ ҡуйһа, башҡалар ҙа күтәрер, тип уйлағайны. Шулай килеп сыҡты ла, Аллаға шөкөр.
- Һеҙҙең “Бай” телевизион тапшырыуы ла шундай уңған кешеләргә, эшҡыуарҙарға арналған...
- Тапшырыу аша республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе уңған кешеләр тураһында бик күп тапшырыуҙар әҙерләп сығарҙым. Уларҙың уңған, егәрле булыуҙары таң ҡалдыра, һоҡландыра. Тапшырыуҙарымдың геройҙары менән шундай ғорурланам. Халыҡ уларҙан өлгө алһын, ҡараһындар, өйрәнһендәр, тип тырышам. Улар булдыра бит, ниңә минеке килеп сыҡмаҫҡа тейеш әле, тип зәмләнеп, үҙҙәре лә эшкә тотонһон, тип уйлайым.
Мәҫәлән, Туймазы ҡалаһында матрас етештергән бер ғаилә менән таныштым. Ирле-ҡатынлы ярҙамға бер генә ҡатынды алып эшләй башлаған. Көнөнә бер матрас етештергәндәр. Аҙна аҙағында шуларҙы баҙарға сығарып һатҡандар. Бөгөн улар көнөнә 1 мең дана матрас әҙерләп сығарыусы ҙур предприятиеға әүерелгән. Ун йыл эсендә был ғаилә шундай уңышҡа өлгәшкән. Дөрөҫ, әйтеүҙәренсә, йыл ярым тирәһе эшләгәс, эшҡыуарлыҡтарын ябырға ла уйлағандар. Ләкин заказ булғас, ошоно ғына эшләйек тә, тип уны һаман кисектереп килгәндәр. Бына шундай ныҡыш кешеләр генә уңышҡа өлгәшә.
- Һеҙҙең тапшырыуҙы мин дә яратып ҡарайым. Ысынлап та, эшләйем тигән кеше барыбер ҙә йүнен килтереп сығара бит ул.
- Тап шулай. Бөгөн заман шарттарына яраҡлашырға кәрәк. Беҙ, совет заманында йәшәгән кешеләр, үҙгәреш еленән әҙерәк ҡурҡабыҙ. Бер ергә эшкә барып урынлашһаҡ, хаҡлы ялға киткәнсе, пенсияға сыҡҡас та, әле шул урынға сат йәбешеп ятабыҙ. Ҡайһы ваҡыт бәләкәй генә эш хаҡына ла риза булабыҙ. Миҫал өсөн алыҫ йөрөргә кәрәкмәй. Үҙем дә телевидениела 27-се йыл эшләйем. Ә бөгөнгө йәштәр нисек? Улар бөтөнләй икенсе төрлө фекер йөрөтә. Эшкә урынлашыр алдынан “күпме түләйһегеҙ?” тип һорайҙар. Өмөттәре аҡланмаһа, эш урынын алмаштыралар. Улар шулай эҙләнә-эҙләнә үҙ урындарын таба. Мәҫәлән, еңгәйемдең ҡыҙҙары печенье бешереү тураһында “Бай” тапшырыуын ҡарап, киләсәктә ошо йүнәлеш буйынса эш башларға хыяллана. Был да бит насар түгел. Ғөмүмән, шул тапшырыуҙарҙы ҡарап, үҙ эш асып, уңышлы эшләп киткәндәр бар. Мин улар өсөн ҡыуанам ғына. Бушҡа эшләмәйем, тип уйлайым.
- Тимәк, беҙҙең арала уңышлы ғаиләләр арта, тип ҡыуанырға ғына ҡала...
- Әлбиттә. Етеш, мул тормошта йәшәгән кешенең дә бит күңеле таҙа. Уларҙың яуызлыҡ уйларға ваҡыты ла ҡалмай. Бәхете, муллығы менән ҡәнәғәт йәшәй. Кире осраҡта, ыҙалап ҡына йәшәп, һыр бирмәгәндәр ҙә бар. Ҡайһы берҙәрен эшкә саҡырһаң да, көнсөллөк утында янып, баш тарта, ваҡытым юҡ, тип һылтана.
- Гөлдәр Йәҙгәр ҡыҙы, “Һаҡмар” гәзитен уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
- Иң тәүҙә, әлбиттә, һаулыҡ теләйем - үҙебеҙҙең тыуған ерҙә етештерелгән ризыҡ менән туҡланып, сәләмәтлегегеҙҙе нығытығыҙ. Сөнки беҙ ошо ергә яраҡлашҡанбыҙ, тәбиғәт беҙҙе шулай яралтҡан. Бер-берегеҙҙе яратып, йылы һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәй, маҡтап, хуплап йәшәгеҙ, тип әйтер инем. Сөнки үҙем тормошомдағы күп уңыштарға эргәмдәге кешеләрҙең йылыһы, ышанысы аша ирештем, тип уйлайым. Атай-әсәйем яратып, һәр эшемде хуплап үҫтерҙеләр, уҡытыусыларым маҡтай-маҡтай уҡыттылар, етәкселәрем маҡтай-маҡтай эшләттеләр. Хатта урамда кемдер матур күлдәк кейеп китеп барһа: ”Күлдәгегеҙ ғәләмәт матур”, - тип һоҡланып әйтергә була. Унан ғына бер нәмә лә кәмеп ҡалмай, ә кешенең шатланыуынан үҙең дә ҡәнәғәтлек кисерәһең. Ғөмүмән, тормоштан ҡәнәғәт булып йәшәйек, һау булайыҡ, бай булайыҡ һәм, әлбиттә, “Һаҡмар” гәзитен алдырығыҙ, уҡығыҙ! Ул да бит халҡыбыҙҙың бер хазинаһы. Ышаныслы һәм дөрөҫ мәғлүмәт еткереүсе гәзит булараҡ йылдар һынауын үткән.
Һүҙемде түбәндәге шиғыр юлдары менән тамамлағым килә:
Баймы беҙ? Әлбиттә, бай! Беҙҙең яуап гел шулай.
Имен-аман хеҙмәт итеү – ни булһын, байлыҡ булмай?
Һоҡланырлыҡ ерҙәребеҙ, аңыбыҙ һәм белемебеҙ,
Ғәмле, ихлас йөрәгебеҙ – ни булһын, байлыҡ булмай?
Баймы беҙ? Әлбиттә, бай!
Йән дуҫтар, ғаилә, туғандар, күңелдә урғылған моңдар,
Тыныслыҡта атҡан таңдар – ни булһын, байлыҡ булмай?!
Баймы, беҙ? Әлбиттә, бай!
- Гөлдәр Йәҙгәр ҡыҙы, шундай бай, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә ижади уңыштар, эшҡыуарлыҡта яңы үрҙәр теләйбеҙ.
Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.
Фото ғаилә архивынан алынды.