Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
31 Май 2022, 12:05

Ауыл киләсәге – уңған ир-егет ҡулында

Бөгөнгө ауылдарыбыҙҙың киләсәге алдынғы ҡарашлы, илһөйәр һәм эшһөйәр ир-егеттәргә бәйле булыуы бәхәсһеҙ. Улар иртәнге көнөбөҙгә ышаныс уята, ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, киләсәккә уй-ниәттәр билдәләү мөмкинлеге бирә. Икенсе Этҡол ауылында үҙ бизнесын асып, ауылдаштарын эш һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин иткән, тыуған төйәген үҫтереүгә күп көс һалған уңған эшҡыуар Риза Сирғәлин тап шундай аҫыл ир-егеттәрҙең береһе.

Ауыл киләсәге – уңған ир-егет ҡулында

Бөгөнгө ауылдарыбыҙҙың киләсәге алдынғы ҡарашлы, илһөйәр һәм эшһөйәр ир-егеттәргә бәйле булыуы бәхәсһеҙ. Улар иртәнге көнөбөҙгә ышаныс уята, ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, киләсәккә уй-ниәттәр билдәләү мөмкинлеге бирә. Икенсе Этҡол ауылында үҙ бизнесын асып, ауылдаштарын эш һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин иткән, тыуған төйәген үҫтереүгә күп көс һалған уңған эшҡыуар Риза Сирғәлин тап шундай аҫыл ир-егеттәрҙең береһе.

Риза эшһөйәр, абруйлы, ғүмерҙәрен тыуған ауылын үҫтереүгә арнаған ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы Хөрмәт Әбдрәхим улы һәм әсәһе Зәкиә Рәшит ҡыҙы тормоштарын урман тармағын үҫтереүгә арнай, намыҫлы хеҙмәттәре менән хаҡлы абруй ҡаҙана. Ғаилә башлығы бик иртә яҡты донъяларҙы ташлап китә. Хаҡлы ялда булһа ла, Зәкиә Сирғәлина яратҡан эшен әле лә дауам итә – Баймаҡ урман хужалығының Этҡол урмансылығында питомникта ҡарағай үҫентеләре үҫтерә.

Бала саҡтан матур тәрбиә алып үҫкән егет, Икенсе Этҡол урта мәктәбен тамамла-ғандан һуң, Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Этҡол урмансылығында урмансы булып башлай. Ике йыл эшләгәндән һуң эшҡыуарлыҡта үҙенең тәүге аҙымдарын яһай – Өфө ҡалаһында төҙөлөш ойошмаһы аса.

Ә шулай ҙа тыуған яҡтарына үҙенә тарта һәм Риза Хөрмәт улы Баймаҡҡа ҡайтып төпләнә. Икенсе Этҡол ауылында элекке ырҙын табағы базаһында үҙенең шәхси предприятиеһын булдырып, урмансылыҡ һәм төҙөлөш материалдары етештереү эшенә тотона. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә был предприятие производство, социаль инфраструктура өлкәһендә үҙен танытып та өлгөрҙө.

Риза Сирғәлин етәкләгән ойошма Магнитогорск һәм Новотроицк комбинаттары өсөн поддондар, район халҡы өсөн төрлө төҙөлөш материалдары, мунсалыҡ буралар етештереү, утын сығарыу менән шөғөлләнә. Предприятие тауарҙары һәр ерҙә лә ҙур ихтыяж менән файҙалана, сөнки сифатҡа ҙур иғтибар бүленә. Бында, әлбиттә, эште урында оҫта ойоштороу, коллектив ағзаларының тапшырылған һәр бурысты яуаплы атҡарыуы ла ҙур роль уйнай. Бригадир һәм водитель Азамат Вәлиев, рамсы Азамат Йылҡыбаев, водителдәр Ирек Иҫәнғужин, Әҙеһәм Байғужин, Юлдаш Арыҫланов, тракторсылар Вилдан Утарбаев һәм Мөхтәр Яҡупов, таҡта ярыусы Ильяс Ғәлин һәм Ғәзизйән Сәйетбатталов, ағас йығыусы Марат Ишбулатов, бура бураусылар Хәсән Биктимеров, Шамил Сафин, Булат Биктимеров, Бикйән Хә-литов, Рафиҡ Ишмырҙин, утын ярыусы Шаһморат Заманов, урман эшселәре Зөфәр Байназаров һәм Нияз Ғатауллин үҙ һөнәрҙәренең алдынғылары бу-лып танылған.

Риза Сирғәлиндың шәхси предприятиеһында башлыса йәштәрҙең эшләүе шунда уҡ күҙгә ташланды. Производствоға күберәк йәштәрҙе йәлеп итеп, уларға лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләү, тап шуның менән мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеү, алама ғәҙәттәрҙән ҡурсалау – уңған эшҡыуар үҙенә бына шундай изге маҡсат ҡуйған. Эш хаҡы ла юғары бында. Әлбиттә, ошондай шәп шарттар булғас, һөҙөмтәләр ҙә ҡыуаныслы.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Риза Сирғәлин тыуған төйәге-нең бөгөнгөһө, киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәй, ауылына мөмкин булғанса ярҙам күрһәтә. Ошо хаҡта ауыл старостаһы Амур Әминев бына нимә ти: “Риза Хөрмәт улының Икенсе Этҡол ауылын үҫтереү өсөн һалған хеҙмәте хәтһеҙ. Ул спорт, мәҙәни саралар үткәреү өсөн даими рәүештә бағыусылыҡ яр-ҙамы күрһәтә, мәктәпкә лә аҡса бүлә. Зыяратты кәртәләп алыуға бушлай төҙөлөш материалдары бирҙе. Тиҙҙән ауылда эшҡыуарҙың ярҙамы менән ике аллея төҙөләсәк”.

Булдыҡлы эшҡыуар үҙе тураһында, халыҡҡа күрһәткән ярҙамы хаҡында һөйләргә яратмай, әңгәмәләшкән ва-ҡытта ла күберәк тыуған төйәге, кешеләргә изгелек ҡы-лыу мәсьәләләрен күтәрә. Ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу уның холҡона хас күренеш. “Минең төп маҡсатым – тыуған төйәгемә мөмкин булғанса ярҙам күр-һәтеү,ир-егеттәрҙе эш менән тәьмин итеү, ауылдаштарымды айыҡлыҡҡа өндәү”, – ти Риза Хөрмәт улы. Ысын ир-егет бына шулай була!

Азамат Мөхәмәтшин.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: