Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
1 Март 2022, 09:30

Иҫ киткес сағыу сәскәләр

Майҙа сәскә ата башлай һәм ҡар яуғансы сәскәләре һаҡлана. Рассадаға ултыртырға ашығабыҙ! 

Иҫ киткес сағыу сәскәләр
Иҫ киткес сағыу сәскәләр

Антирринум (Львиный зев) – бер йыллыҡ иҫ киткес матур сәскә. Уның төрлө сорттары һәм төҫтәре бар. Был мәлдә ултыртылған антирринум майҙа уҡ сәскә ата башлай. Әйтергә кәрәк, ул ҡар яуғансы бер туҡтауһыҙ сәскә атып тик ултыра. Шуға күрә уны ултыртыу матур ғына түгел, ә отошло ла. Антирринумдың орлоҡтарын тупраҡ менән күммәй, быяла йәки полиэтилен менән ҡаплап ҡуябыҙ. Ҡояш нурҙары тура төшкән ергә ҡуймағыҙ. 8-12 көндән үҫентеләр килеп сығасаҡ. Антирринумдың үҫентеләре бик оҙаҡ ҡалҡа. Шуға күрә уны бер айҙан һуң ғына һирәкләп ултыртабыҙ. Тупраҡҡа майҙың икенсе яртыһында, араларында 20-30 см ҡалдырып (сортына ҡарап), ултыртабыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: