Микрофинанслау шарттары, займға электрон ғаризаның ҡалыпҡа һалынған формаһы, бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр компанияның рәсми интернет-сайтында (
https://centerrb.ru/) бирелгән.
Белешмә өсөн:
«Рефинанс» займдары. Маҡсатлы тәғәйенләнеше: банк кредиттарын, транспорт сараларының лизинг килешеүҙәрен рефинанслау.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн сумма 300 мең -3 миллион һум, үҙмәшғүлдәр өсөн - 300-500 мең һум.
Әйләнештәге средстволарҙы тулыландырыуға микрозайм.
Үҙмәшғүлдәр өсөн заем суммаһы 100-ҙән алып 500 мең һумға тиклем тәшкил итә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына 5 миллион һумғаса займдар бирелә, заем суммаһы РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы эшкә рәсми ҡабул ителгән уның хеҙмәткәрҙәре һаны (шәхси эшҡыуарҙарҙың үҙен дә иҫәпкә алып) менән билдәләнә.