Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
15 Октябрь 2021, 08:51

Хеҙмәттең тире әсе, емеше татлы

Быйыл йыл ҡоро килеү сәбәпле, ер-һыу кипте, үләндәр көйөп-янды, йылғалар кипте, шишмәләр ҡороно, хатта ихаталағы ҡоҙоҡтарҙан да һыу һиҙелерлек кәмене. Бындай ҡыҙғаныслы хәл айырыуса беҙҙең төбәктә күҙәтелде. Һыу алтынға бәрәбәр булды. Шундай ваҡытта һәр кем был мәсьәләне хәл итеү юлын эҙләне. Күптәр ихата алдарында ҡоҙоҡ ҡаҙҙырҙы. Бында иһә Баймаҡтан Шамил Байымовҡа мөрәжәғәт итеүселәр күп булды.

- Быйыл, ысынлап та, ҡоҙоҡ ҡаҙҙырырға теләүселәр күп булды, - тине Шамил Рәшит улы. - Кемдер булғанын тағы ла тәрәнәйтте, кемдеңдер ихата алдында икенсеһе барлыҡҡа килде. Шундай ваҡытта халыҡҡа ярҙам итә алыуыма, әлбиттә, шатмын. Ҡайһы бер ерҙән 5-6 метрҙан да һыу сыҡһа, ҡайһы ваҡыт 30-40 метрға төшөргә кәрәк була.

Шамил Байымов еңел генә итеп һөйләһә лә, уның артында шул ҡәҙәр етди һәм ныҡышмал хеҙмәт ята. Күпме кешене һыу менән тәьмин итеп, сауап алғанын ул, бәлки, үҙе лә һиҙмәйҙер. Ә беҙ, ҡулланыусылар, һыуһыҙ бер көн дә йәшәй алмайбыҙ.

Ысынлап та, тиҫтәләгән метрҙан эсәр һыу сығарыу еңел эш түгел. Тәүге тәжрибәне уңған эшҡыуар 2007 йылда районда ғына түгел, тирә-яҡта беренселәрҙән булып ҡоҙоҡ ҡаҙыу менән шөғөлләнгән Ғәлим Әлмөхәмәтовтың бригадаһында туплай. 2017 йылда иһә үҙенә махсус машина ала һәм үҙ аллы эшләй башлай. Бөгөн нисә ҡоҙоҡ ҡаҙғанын үҙе лә иҫәбен-һанын белмәй.

Шамил Байымов беҙҙең районда ғына түгел, күрше Йылайыр, Хәйбулла яҡтарына ла саҡырыу ала. Таулы-ташлы ерҙәрҙе тишеп һыу сығарыу еңелдән түгел, әлбиттә. Ә шулай ҙа үҙ эшенә яуаплы ҡараған, үҙе эшенең асылын белгән кеше өсөн ул ауыр түгел.

Хеҙмәттең тире әсе, емеше татлы
Хеҙмәттең тире әсе, емеше татлы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: