Һаҡмар
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
23 Март 2021, 08:32
Француздар Башҡортостандың умартасылыҡ өлкәһен донъя кимәленә сығармаҡсы
--
Бал бик хәйләкәр нәмә. Әгәр ул бар икән, шул ваҡытта уҡ юҡ. Винни Пухтың был ҡанатлы һүҙҙәрен беҙҙең республикалағы умартасылыҡ өлкәһенә ҡарата ла ҡулланырға мөмкин. Тәү ҡарашҡа баллы төбәк, Рәсәйҙең баллы йөрәге, тип тә әйтәбеҙ Башҡортостанды. Ә ысынында, талы ризыҡ үҙебеҙҙән дә артмай. Һандар теле менән әйткәндә, республика умартасылары йылына алты мең тонна тауар балы етештерә. Экспортҡа иһә шуның бер остоғо ғына оҙатыла. Ә потенциал иҫ киткес ҙур, тип билдәләй белгестәр.
Дөрөҫ, сит ил белгестәре... Француздар... Был потенциалды күреп, улар Башҡортостандың умартасылыҡ өлкәһен донъя кимәленә сығармаҡсы. Республика биләмәһендә 30 мең күс ултыртып йылына 7 мең тонна татлы ризыҡ алырға иҫәп тоталар. Ә иң төп маҡсат – уны тулыһынса экспортҡа оҙатыу. Бының өсөн 6 бал һығыу станцияһы, 1 бал эшкәртеү һәм ҡаптарға тултырыу заводы булдырыу күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта улар урындағы йүнселдәргә лә ҡортсолоҡ продукцияһын сит илдәргә һатыуҙа ярҙам итәсәк. Башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлау һәм үрсетеү буйынса лабораториялар, сауҙа үҙәге һәм бал йорто төҙөргә иҫәп тотола.
Ләкин балдай татлы вәғәҙәләргә урындағы умартасылар ғына бик шикләнеп ҡарай. Һорауҙар күп һәм урынлы. Башҡорт балы бренды һаҡланамы? Лабораториялар ишеге шәхси йүнселдәр өсөн асыҡ булырмы? Йүкәлектәрҙе инвесторҙарға ғына биреп бөтмәҫтәрме? Кроношпан шикелле эшҡыуарлыҡты ситләтеп сығармаҫтармы? Хәйер, яуапты үҙҙәре тотһон. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин француздар менән осрашты.
Ҡарҙар ирегән һайын умартасының эше арта ғына. Аҙна ун көндән бал ҡорттарын саф һауаға сығарырға кәрәк буласаҡ. Күстәрҙе тәрбиәләгән арала Башҡортостанда умартасылыҡ өлкәһендә яңы инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында мәғлүмәт таралды. Умарта эсенә сыбыҡ тыҡҡандай булды
Проект әле ҡағыҙҙа ғына әммә умартасылар йәмәғәтселеге араһында һорауҙар арта ғына. Француздар танылған башҡорт балы брендын ҡулға төшөрөп, беҙҙе төп башына ултыртмаҫтармы. Баҙарҙан урындағыларҙы ҡыҫырыҡлап сығармаҫтармы.
Хатта, проект үҙенсәлектәрен яҡшы аңлаған тәжрибәле умартасылар ҙа мәсьәләгә шикләнеп ҡарай. Үҙебеҙҙекеләр дәүләт ярҙамы алғанда француздарҙан кәм булмаҫ тигән фекер өҫтөнлөк итә.
Бал һис шикһеҙ Башҡортостандың хазинаһы. Әммә һуңғы йылдарҙа татлы ризыҡҡа дегет тамсыһы төшкән осраҡтар ҙа теркәлә. Бигерәк тә сауҙаға сығарылған балдың составында антибиотиктарҙың асыҡланыуы, танылған тауар бренды мәнфәғәтендә түгел.
Татлы алтындан аҡса ҡойорға теләгән умартасыларҙың Башҡортостанға кавказ, карпат ҡорттарын күпләп индереүе башҡорт бал ҡортон бөтөнләй юҡҡа сығыу сигенә еткерҙе. Донъя баҙарында танылыу яулаған балды етештергән уңған, нәҙекәйбилдәр умарталыҡтарҙа һирәк күренешкә әйләнә бара. Яңы инвестиция проекты тәү сиратта таҙа тоҡомло башҡорт бал ҡортон һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән.
Инвесторҙар милләте буйынса француз булһалар ҙа, Күптән Рәсәй ватандашы. Липецк өлкәһендә улар ҡорған бизнес тап гендар селекцияһы эшенә ҡоролған. Башҡорт балын тәмләп ҡарағандан һуң улар татлы ризыҡты донъя баҙарына сығарырға ниәтләгән. Әммә тауар халыҡ-ара стандарт нигеҙендә тәҡдим ителергә тейеш. Проектҡа ярашлы, улар бал ҡорттарын тикшереү буйынса халыҡ-ара сертификаты булған лаборатория төҙөү, 30 мең умарта ҡуйыу, 6 бал һығыу станцияһы ойоштороу һәм татлы ризыҡты эшкәртеп ҡаптарға тултырыу заводы асырға ниәтләгән. Был эште улар республика умартасылары менән берлектә башҡарырға теләй.
Башҡорт бал ҡортон экспортлау, уның брендын эҙерләүгә донъя баҙарында танылған манука балы өсөн бизнес проект эшләгән белгестәр йәлеп ителә. Республикала етештерелгән татлы ризыҡ Яңы Зеландия балынан һис кенә лә ҡалышмай тигән фекерҙә улар. Экспортҡа сығыу өсөн бары тик балды фәнни нигеҙҙә етештереү, заман технологияларын үҙләштереү мөһим.
Инвесторҙарҙың Башҡортостанды һайлауы осраҡлы түгел. Һуңғы йылдарҙа донъя киңмәлендә балға ихтыяж арта ғына. Шул уҡ ваҡытта уны етештереү кәмей. Быға тәү сиратта ауыл хужалығы сәнәғәтенең агрессив үҫеше этәргес бирә.
Сәсеүлектәрҙе пестицидттар менән ағыулау, ҡоротҡостарға ҡаршы химик эшкәртеү бал ҡорттарының ҡырылыуына юл аса. Был йәһәттән Европа менән Азия сигендә урынлашҡан Башҡортостан умартасылыҡ индустрияһын үҫтереү өсөн уңайлы урын. Хозур тәбиғәтле төбәктә бал йыйыу потенциалы юғары, ҡорттар өсөн ризыҡ етәрлек.
Башҡортостанда умартасылыҡ быуаттар төпкөлөнән килгән ата-бабалар шөғөлө булып ҡала бирә. Бал ҡорттарын тәрбиәләү ҙә тәрән традициялар нигеҙендә башҡарыла. Умартасылыҡты хатта, йыш ҡына пенсионерҙар шөғөлө тип тә атайҙар. Инвестия проекты тармаҡҡа яңы һулыш вәғәҙәләй. Умартасылыҡ индустрияһында тәү сиратта йәш көстәргә ихтыяж буласаҡ.
«Би Хэппи» йәмғиәте. Тәржемә иткәндә – бәхетле бал ҡорто. Был тарихтың да «хеппи энд» булырына ышанғы килә. Хәтергә Белорет районының элекке башлығы Владислав Мироновтың әйткән һүҙҙәре төшә. Бер нисә йыл элек ул, 2020 йылға тиклем иҙел башында 108 миллион эш урыны барлыҡҡа килергә тейеш, тигәйне. Әлбиттә, ул бал ҡорттарын күҙ уңында тотто. Йәғни, умарталар һанын арттырыу маҡсаты ҡуйғайны. Тышта 21 йыл, әммә иҙел башында был тиклем умарта күргән юҡ. Уның ҡарауы, Мироновтың был һүҙҙәре ғүмерлеккә хәтергә ҡалды. Һығымта. Әгәр үҙебеҙ булдыра алмайбыҙ икән, бәлки инвесторҙар ярҙамында башҡорт балы етештереүҙе сәнәғәт күләменә сығарырғалыр? Әле бит был кәсеп беҙҙә хаҡлы ялдағылар бизнесы кимәлендә генә.
Автор:«Би Хэппи» йәмғиәте. Тәржемә иткәндә – бәхетле бал ҡорто. Был тарихтың да «хеппи энд» булырына ышанғы килә. Хәтергә Белорет районының элекке башлығы Владислав Мироновтың әйткән һүҙҙәре төшә. Бер нисә йыл элек ул, 2020 йылға тиклем иҙел башында 108 миллион эш урыны барлыҡҡа килергә тейеш, тигәйне. Әлбиттә, ул бал ҡорттарын күҙ уңында тотто. Йәғни, умарталар һанын арттырыу маҡсаты ҡуйғайны. Тышта 21 йыл, әммә иҙел башында был тиклем умарта күргән юҡ. Уның ҡарауы, Мироновтың был һүҙҙәре ғүмерлеккә хәтергә ҡалды. Һығымта. Әгәр үҙебеҙ булдыра алмайбыҙ икән, бәлки инвесторҙар ярҙамында башҡорт балы етештереүҙе сәнәғәт күләменә сығарырғалыр? Әле бит был кәсеп беҙҙә хаҡлы ялдағылар бизнесы кимәлендә генә.
Автор:«Би Хэппи» йәмғиәте. Тәржемә иткәндә – бәхетле бал ҡорто. Был тарихтың да «хеппи энд» булырына ышанғы килә. Хәтергә Белорет районының элекке башлығы Владислав Мироновтың әйткән һүҙҙәре төшә. Бер нисә йыл элек ул, 2020 йылға тиклем иҙел башында 108 миллион эш урыны барлыҡҡа килергә тейеш, тигәйне. Әлбиттә, ул бал ҡорттарын күҙ уңында тотто. Йәғни, умарталар һанын арттырыу маҡсаты ҡуйғайны. Тышта 21 йыл, әммә иҙел башында был тиклем умарта күргән юҡ. Уның ҡарауы, Мироновтың был һүҙҙәре ғүмерлеккә хәтергә ҡалды. Һығымта. Әгәр үҙебеҙ булдыра алмайбыҙ икән, бәлки инвесторҙар ярҙамында башҡорт балы етештереүҙе сәнәғәт күләменә сығарырғалыр? Әле бит был кәсеп беҙҙә хаҡлы ялдағылар бизнесы кимәлендә генә.
Автор:Рафиҡ Әхмәтшин.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?