Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
21 Сентябрь 2020, 12:35

Туризм өсөн - Грант бирелә!

Рәсәйҙең Туризм буйынса федераль агентлығы туризм өлкәһендәге эшҡыуарлыҡ буйынса башланғыстарға финанс йәһәтенән ярҙам итәсәк. Ошо хаҡта агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова белдерҙе. Уны нисек юлларға?#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Рәсәйҙең Туризм буйынса федераль агентлығы туризм өлкәһендәге эшҡыуарлыҡ буйынса башланғыстарға финанс йәһәтенән ярҙам итәсәк. Ошо хаҡта агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова белдерҙе.


Рәсәй Хөкүмәте эске һәм тышҡы туризм өлкәһендәге ижтимағи һәм эшҡыуарлыҡ проекттарына грант йәһәтенән ярҙам итеү өсөн өҫтәмә рәүештә 1,2 миллиард һум аҡса бүлгән. Был тәңгәлдә кемпинг, автокемпинг, модулле отель төҙөү буйынса проекттар финансланасаҡ. Бынан тыш туристик маршруттар эшләү өсөн дә гранттар бүленәсәк. Физик яҡтан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн, шулай уҡ пляждарҙа уңайлы мөхит барлыҡҡа килтереүҙе күҙаллаған проекттар ҙа хупланасаҡ.

Бюджеттан субсидия алыуға Рәсәй ойошмалары ғына түгел, шәхси эшҡыуарҙар ҙа өмөт итә ала. Бының өсөн проект буйынса һораған аҡсаның 30 проценттан кәм булмаған сумманы үҙҙәренә түләргә кәрәк буласаҡ. Ә гранттың максималь күләменең иһә өс миллион һумдан артмауы мөһим.

Читайте нас: