Сәйғәфәрҙәрҙең фекере бына шундай
Билдәле булыуынса, былтыр республика өр-яңы проект - “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Баймаҡ районы уға иң тәүгеләрҙән булып ҡушылды һәм 5 проект тәҡдим итте. Шуларҙың 4-һе конкурста еңеп сыҡты һәм бөгөн ең һыҙғанып яңы производстволар асыу өҫтөндә эш алып бара. Сәйғәфәр ауылынан “Һаҡмар” кооперативы – тап шундайҙарҙың береһе. Ошо көндәрҙә ул үҙенең тәүге продукцияһын сығара башланы һәм шул уңай менән цехты асыу тантанаһы булды. Унда район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, уның ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Дәүербәков, Аҡморон ауыл биләмәһе хакимиәте, ауыл халҡы ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы Сәйғәфәр ауылы ағинәйҙәре үҙенсәлекле тамаша, йыр-моң, таҡмаҡтар менән ҡаршы алды. “Эше булһа, ауыл мең йәшәр!” тине улар үҙҙәренең милли колоритлы тамашаһында һәм тап өҫтөнә баҫты ла. Был юлы ла сәйғәфәрҙәр үҙҙәрен әүҙем, берҙәм итеп танытты. Ысынлап та, ауыл халҡы бөгөнгө, иртәнге көн хәстәре менән йәшәй, проблемаларҙы бергә хәл итергә тырыша. Күп арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан был төбәктән. Хәмзә менән Мирза Әбилевтар – тап шундайҙарҙан. Әйткәндәй, улар барлыҡ ғүмерҙәрен “Баймаҡ” совхозын үҫтереүгә арнай, предпрятие тарҡалғас, үҙ хужалыҡтарын ныҡлап үҫтереүгә тотона.Былтыр иһә улар үрҙә телгә алынған яңы проектта ҡатнашырға йөрьәт итә. Уларҙың, инициатив төркөмдөң тырышлығы менән ит эшкәртеүсе “Һаҡмар” кооперативы барлыҡҡа килә.
-Сәйғәфәрҙә яңы цех асылыуы ауыл өсөн генә түгел, ә бар район өсөн дә ҙур ваҡиға, -тине үҙенең тәбрикләү сығышында Фәнис Ғәбдрәшит улы. - Был производство һеҙҙең төбәккә яңы һулыш бирер, эш урындары булдырыр, иртәнге көнгә ышаныс уятыр, тигән өмөттәмен. Район хакимиәте, уның ауыл хужалығы бүлеге, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге бындай башланғыстарҙы һәр саҡ күтәреп алырға, ярҙам итергә әҙер. Беҙ бының менән генә туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ, ауылда оҙаҡ йылдар йыйылып килгән проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Әйтәйек, Сәйғәфәрҙә күперҙәрҙе яңыртыу, газ үткәреүҙе дауам итеү буйынса етди мәсьәләләрҙе бойомға ашыраһы бар. Быларҙың барыһы ла район хакимиәтенең ныҡлы иғтибар үҙәгендә тора.
-“Һаҡмар” кооперативы – яңы проект буйынса эш башлаған тәүге ҡарлуғас, -тине Азат Булат улы, - тиҙҙән районда тағы ла бер нисә цех үҙ ишектәрен асасаҡ. Ошондай производстволар асылыуы беҙгә ауыл хужалығы сеймалын ситкә түгел, ә үҙебеҙҙә ҡалдырыу мөмкинлеге бирәсәк.
Етәкселәр яңы производствоны асыуҙа Хәмзә һәм Мирза Әбилевтарҙың ныҡышмалы хеҙмәтен юғары баһаланы. Руслан Ваха улы, ауылдаштары, “Яковлевка” кооперативы рәйесе Рауил Назаров та уларға уңыштар теләне. Ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Рәмил Мәхмүтов үҙенең ихлас тәбрикләү сәләмен еткерҙе. Ауылдың имам-хатибы Шакирйән Байбулатов аҙан ҡысҡырҙы һәм аят бағышланы.
Хәмзә Нурислам улы үҙенең сығышында кооперативты асыуға ярҙам иткән район хакимиәте, уның ауыл хужалығы бүлеге, мәғлүмәт-консультация үҙәге етәкселәренә ҙур рәхмәт белдерҙе, яҡын киләсәккә уй-ниәттәре менән дә уртаҡлашты. Хәмзә Әбилев әйтеүенсә, тиҙҙән бында мал һуйыу цехы ла асырға йыйыналар.
Кооперативты тантаналы асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев менән кооператив етәксеһе Хәмзә Әбилевҡа бирелде. Артабан ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы цехтың эше менән яҡындан танышты, тәүге продукциянан ауыҙ итте. Бөгөн кооператив билмән, манты, тефтель, голубцы, кәтлит, ҡаҙы етештерә, итте айырым ҡаптарға һалып сығара. Цех кәрәкле ҡоролма менән тәьмин ителгән. Шуныһы үҙенсәлекле, производствола сығарылған продукция юғары сифатлы һәм хәләл булыуы менән айырыла, сөнки ит урындағы ауыл халҡынан һатып алына.
Сәйғәфәр ауылының уңған халҡы киләсәккә тағы бер ныҡлы аҙым яһаны. “Һаҡмар” кооперативы үҙ янына барлыҡ ауылдаштарын туплар, үҙенең производство ҡеүәттәрен йылдан-йыл арттыра барыр тип ышанайыҡ. Шулай булыр ҙа!