Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
6 Ғинуар 2019, 21:33

Дәүләт ярҙамына – өр-яңы КаМАЗ автомашинаһы!

Татлыбай ауылынан фермер Радик Ишмуллин “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһында еңеп сыҡты һәм 12 млн һумлыҡ Грантҡа лайыҡ булды.(Тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

Баймаҡ районында фермерлыҡ йүнәлешен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, улар һаны йылдан-йыл арта бара. Район хакимиәтенең, ауыл хужалығы бүлегенең, мәғлүмәт-консультация үҙәгенең маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә “Эш башлаусы фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү”, “Кооперацияны үҫтереү” программаларында фермерҙар әүҙем ҡатнаша. Татлыбай ауылынан фермер Радик Ишмуллин “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһында еңеп сыҡты һәм 12 млн һумлыҡ Грантҡа лайыҡ булды.

Радик Исҡужа улы – райондың иң уңышлы эшләүсе, йылдан-йыл үҙенең ҡеүәттәрен, техник потенциалын маҡсатлы арттыра барыусы фермерҙарҙың береһе. Үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын тотороҡло үҫтереүгә өлгәшкән предприятие Татлыбай ауыл биләмәһенең ҡото һәм терәге, ғорурлығы булып тора.

Бүленгән дәүләт ярҙамына уңған фермер 95 баш симменталь тоҡомло тана, ЖВП-4,9 урғысы, үҙбушатҡыс КаМАЗ автомашинаһы, уға тағылма һатып алды. Бөгөн Татлыбайға КаМАЗ автомашинаһы килеп етте. Ошо һөйөнөслө ваҡиға айҡанлы Баймаҡ мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Дәүербәков Радик Ишмуллинға тантаналы шарттарҙа автомобилдең асҡысын тапшырҙы, яңы уңыштар теләне.

Азамат Мөхәмәтшин.

Читайте нас: