

Һуңғы бер нисә ай беҙҙең ҡартатайыбыҙ, халыҡҡа билдәле дин әһеле булып танылған Мөжәүир хәҙрәттең мәсете төҙөлә тип аҡса йыйыусылар барлыҡҡа килде. Был беҙҙе, уның ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен, борсоуға һала.
Күптәр белеүенсә, ҡартатайыбыҙ төйәк иткән Манһыр ауылында уның мәсете бар. Әлбиттә, унда алтаҡта ҡуйылмаған, шуға ҡарамаҫтан барыһы ла был иман йортоноң Мөжәүир хәҙрәткә бәйле икәнлеген яҡшы белә. Мосафирҙар туҡтап бында намаҙ уҡып китә. Ә бәғзеләр: “Мөжәүир олатайҙың мәсетен күрһәтегеҙ, уның хаҡында һөйләгеҙ әле”,-тип үтенә. Бындай яҡшы уйҙар менән йөрөгән кешеләр бер ҡасан да кире яуап алғаны юҡ. Барыһы өсөн дә асыҡ хәҙрәттең иман йорто.
Ҡайһы берәүҙәр “мәсеткә нишләп Мөжәүир хәҙрәт мәсете тип алтаҡта эленмәгән” тигән һорауҙы күтәрә. Һуң мәсет – клуб түгел бит яҙыу элеп ҡуйырға! Былай ҙа барыһы ла ҡартатайыбыҙҙың мәсете икәнлеген яҡшы белә. Әгәр был кемгәлер кәрәк икән, яҙыу элеп ҡуйырға кәрәк булыр, күрәһең.
Шулай уҡ: “Ул һеҙҙең ҡартатайығыҙ ғына түгел, Мөжәүир хәҙрәт бар халыҡтыҡы”,-тип үпкә белдереүселәр бар. Быныһы бигерәк тә ҡыҙыҡ яңғырай. Иң тәү сиратта ул беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ, беҙҙең ҡартатайыбыҙ. Әгәр Мөжәүир хәҙрәт шундай данлыҡлы кеше түгел, ә ниндәйҙер кире эштәре менән билдәле берәй әҙәм булһа, бер кем дә “ул тотош халыҡтыҡы” тип талашып йөрөмәҫ ине. Сөнки һәр кем иң тәүҙә үҙенең нәҫел-нәсәбе өсөн яуап бирә. Шуға күрә Мөжәүир хәҙрәт бар халыҡтыҡы тип белдереп, уның исеме менән файҙаланып, аҡса йыйыу, әллә нәмәләр ойоштороу башҡа һыймаҫлыҡ хәл, минеңсә. Мөжәүир хәҙрәт күктән килеп төшмәгән, уның тамырын дауам иткән балалары бар. Тимәк, билдәле дин әһеле исеменән ниҙер ҡыланыр алдынан, уның нигеҙен, ауылын һаҡлаусылар – балаларынан рөхсәт алыу мотлаҡтыр. Был бит тормоштоң яҙылмаған ҡануны. Ҡасан барыһы ла шуны аңлар икән?
Мөжәүир хәҙрәт ерләнгән ҡәберлек менән күпме проблемалар булды! Унда көндөҙ генә түгел, эңерҙә лә килеп, ҡәберенең тупрағын соҡоусылар ҙа, әллә нимә элеп маташыусылар ҙа булды. Ә кешеләрҙән ҡалған ҡый?! Өҫтәүенә, Манһыр ауылына алып килеп ҡорбанын сала башланылар. Был да бит башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Ҡорбандың сауабын алыу өсөн кеше үҙенең нигеҙендә салырға тейеш уны. Манһыр ауылы янындағы тәбиғәтте, шаулашып-тауышланып, һирәк осраған ҡош-кейеген дә, өркөтөп бөттөләр бит. Беҙҙе әҙерәк кенә үҙегеҙҙең урынға ҡуйып ҡарағыҙ, исмаһам. Минең атайым ҡартатайҙың ҡәберенә бик һирәк барҙы. Сөнки мәрхүм булыр алдынан Мөжәүир ҡартатай: “Зыярат - йыш килеп йөрөй торған урын түгел. Мин үткәс, ер ҡуйынына һалырһың да, унан ҡәберемә килеүеңде һирәкләт”,-тигән. Атайым уның һүҙен ныҡ тотто. Шуға күрә хәҙер экскурсия урынына әүерелгән зыярат өсөн атайымдың да, ҡартатайымдың да йәндәре тетрәнәлер тип тә йөрәгем әрней.
Ҡартатайым бер ҡасан да үҙен фотоға төшөрөргә рөхсәт итмәне. Хәҙер уның интернетта осраған һүрәте лә урлап ҡына төшөрөлгән. Әммә шул фотоһүрәт менән дә аҡса эшләргә маташыусылар бар бит. Эйе, ҡартатайыбыҙ бик данлыҡлы дин әһеле булды. Беҙ уның менән бик ғорурланабыҙ. Әммә Мөжәүир хәҙрәттең данын аҡсаға әйләндерергә маташыусыларҙы аңлауы мөмкин түгел. Шуға күрә Мөжәүир хәҙрәт исеменән тип мәсет төҙөргә аҡса йыйыу ҙа башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Ҡартатайыбыҙҙың үҙе төйәк иткән Манһыр ауылында мәсете бар бит. Ни өсөн мәсет төҙөргә теләүселәр үҙҙәренең ата-бабалары, ҡартатайҙары исеменә һалмай иман йортон? Шуға күрә, беренсенән, яҡташтарыма, халҡыбыҙға Мөжәүир ҡартатайыбыҙҙы онотмауҙары, уның рух-шәрифенә доғалар ҡылыуҙары өсөн рәхмәт әйткем килә. Икенсенән, Мөжәүир хәҙрәттең Манһырҙа мәсете барлығын онотмағыҙ. Билдәле дин әһеленең исемен файҙаланыусыларҙың тоҙағына ла төшмәҫкә кәңәш итер инем.
Заһита СИРАЖЕТДИНОВА, Мөжәүир хәҙрәттең ейәнсәре.