Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
16 Ғинуар , 15:12

Хаж ҡылыу - изге ғәмәл

Ишбирҙе ауылы ағинәйҙәре, «Фатиха» ансамбленең әүҙем ағзалары  Гөлнур Маликова менән Фәнүр Солтанғолова үҙҙәренең күптәнге хыялын тормошҡа ашырған. Улар үткән көҙ бер төркөм мосолман ҡәрҙәштәр менән ғөмрә хажына барҙы. Хаж ҡылыу - мосолмандар өсөн биш фарыздың береһе. Бәлиғ булған, сәләмәт, хәленән килгән һәр кем, мөмкинлегенә ҡарап, ғүмерендә бер тапҡыр хаж ҡылырға тейеш, тип иҫәпләй мәҡәлә геройҙары. Тулыраҡ сайтта:

Ишбирҙе ауылы ағинәйҙәре, «Фатиха» ансамбленең әүҙем ағзалары  Гөлнур Маликова менән Фәнүр Солтанғолова үҙҙәренең күптәнге хыялын тормошҡа ашырған. Улар үткән көҙ бер төркөм мосолман ҡәрҙәштәр менән ғөмрә хажына барҙы.

Хаж ҡылыу - мосолмандар өсөн биш фарыздың береһе. Бәлиғ булған, сәләмәт, хәленән килгән һәр кем, мөмкинлегенә ҡарап, ғүмерендә бер тапҡыр хаж ҡылырға тейеш, тип иҫәпләй мәҡәлә геройҙары.

Гөлнур Шаһишәрип ҡыҙы ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған. Ул хаҡлы ялға сыҡҡансы 38 йыл урындағы мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.

 Ишбирҙе ағинәйҙәренең изге сәфәрҙән алған тәьҫораттары бик яҡшы.

«Бәләкәй улым Камил  менән киленем Зөмәрә Баймаҡта йәшәйҙәр. Үҙҙәренең Ишбирҙелә  шәхси эштәре бар: ағас менән булышалар. Минең хажға барыуымда уларҙың өлөшө ҙур. Донъямды ҡарап торҙолар, аҡсалата ла ярҙам иттеләр. Уларға ҙур рәхмәтлемен», - тип башланы һүҙен Гөлнур Маликова. - Баймаҡ районынан бөтәһе 41 кеше барҙыҡ. Сәфәр 15 көн дауам итте. Шул тиклем оҡшаны, унда булыуыма  ышанмай,  өнөммө-төшөммө, тип ҡыуанып йөрөнөм. Тик әҙ генә йәшерәк саҡта барырға кәрәктер, тип уйлайым. Иң өлкәне, 78 йәшлек мин булдым. Йәш барыбер үҙенекен итә. Климат, ят ризыҡтарҙы организмдың ҡабул итеүе икенсерәк...Унда шул тиклем бөхтәлек һәм таҙалыҡ. Бер ниндәй ағас та, үлән дә үҫмәй, ә бары тик таштар. Уның күплегенә һоҡланып барҙыҡ. Беҙҙе заман талаптарына тап килгән ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар. Йыуыныу бүлмәләре, ашарға әҙерләйем тиһәң, плитәлар бар. Хатта телевизорҙар бар ине. Зәңгәр экрандар аша хатта ҡайһы ваҡытта ғөмрә ҡылғанды, Ҡәғбәтулла тирәләй йөрөгәнде күрһәтеп торалар. «Нәсихәт» мәсетенән беҙҙе алып барыусы Камил һәм Рәдиф хәҙрәттәрҙең ғәрәп телен һыу кеүек белеүҙәре һоҡландырҙы. Улар ғәрәпсә  аңлап, матур итеп аралашып, беҙҙе алып йөрөнөләр. Аллаға шөкөр, дингә ылығыусылар күп. Шулайтып, Аллаһы Тәғәләнең тыйғанынан тыйылып, ҡушҡанын үтәп йәшәргә яҙһын».

Фәнүр  Миҙхәт ҡыҙы 23 йылға яҡын Ишбирҙе ауыл биләмәһендә эштәр идарасыһы булып эшләй.

«Хаж ҡылыу минең өсөн буй етмәҫлек хыял ине. Унда юлланыуым да нисектер ҡапыл, үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Камил хәҙрәттең тәҡдимен ауылдашым Гөлнур Шәрип ҡыҙы менән ҡабул итеп, йыйына башланыҡ. Октябрҙең башында барҙыҡ. Унда шул тиклем климат эҫе.  38-40 градус булды. Барғандың өс көнө Мәҙинәлә булдыҡ. Тәьҫораттар бик яҡшы. Иң иҫтә ҡалған ғәмәл Мөхәмәт Мостафа (сғс) ҡәберендә доға ҡылып, намаҙ уҡыу булды.  Һәм тағы ла булған ерҙәге таҙалыҡ иғтибарҙы йәлеп итте.  Бер сүп, бер саңды күрмәҫһең. Булған ерҙә: иҙән йыуғанда, таҙалыҡ урынлаштырғанда, тамаҡ бешергәндә, сауҙа нөктәләрендә тик ир-егеттәр генә эшләй. Нимәлер эшләп йөрөгән бер генә ҡатын-ҡыҙ осраманы.

Тағы ла хаж ҡыла барыусыларҙың бер-береһенә булған яҡшы мөнәсәбәте оҡшаны. Бөтәһе лә шул тиклем ярҙамсыл, изге күңеллеләр. Иң мөһим булған ғәмәл Ҡәғбәлә - ул тәүәф ҡылыу. Ундағы кешенең күплеге! Беҙҙе баштан аҙаҡҡа тиклем бер минутҡа ла иғтибар үҙәгенән ситкә ҡалдырмаған хажға барыуҙы ойоштороусы Камил һәм  Рәдиф хәҙрәттәргә, һәр яҡлап терәк-таяныс булған балаларыма, Баймаҡ мөслимәләренә  ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә», - тине Фәнүр Миҙхәт ҡыҙы.

Эйе, һөйкөмлө инәйҙәрҙең был сәфәр тураһында һөйләгәндәрендә, күҙҙәренән нур бөркөлөп торҙо.

«Серле, мөғжизәле, рухи яҡтан ҙур әҙерлек талап иткән оло сәфәр ул.   Әлхәмдүлилләһ, изге ерҙәрҙе күреп, доғалар ҡылып ҡайтыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ», - ти улар.

 Хаждан ҡайтҡас, Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн икеһе лә ҡорбан салдырып, ауыл мәсетендә ауылдаштарына, туғандарына  ашата, изге урындан күстәнәскә тип алып ҡайтҡан зәм-зәм һыуынан тәм ҡылдыра, матур бүләктәрен тапшыра.

Изге урын - ғөмрә хажы сауаптарын насип итһен, барлыҡ изге уй-хыялдарығыҙ, ниәттәрегеҙ тормошға ашһын, аҡ яулыҡлы, аҡ күңелле ағинәйҙәр!

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас