Кеше үҙенә нисек кенә ҡыйын буыуға ҡарамаҫтан башҡаларҙы ла уйлай икән -- был оло ниәт була.
Саф күңеллелек, эскерһеҙлек - бына нимә етмәй беҙҙең тормошобоҙҙа. Диндә саҙаҡа биреү изге ниәттәрҙең төп ғәмәле булып тора.
«Ғүмерегеҙ бар булғанда изге ғәмәлдәр ҡылып өлгөрөгөҙ. Юғиһә үлем түшәгендә ятҡанда һеҙ:
«Йә Аллам! Миңә йәнә бер аҙ ғына булһа ла ғүмер бир әле. Мин изгелектәр ҡылып өлгөрмәнем» (63:10), -- тип әйтерһегеҙ.
Әбү Хүрәйрә еткереүенсә, Пәйғәмбәребеҙ былай тиеп әйткән:
وأخرج الطبرانى فى الأوسط عن أبى هريرة _ رضي الله عنه قال: قال رسول الله - صلى الله عليه وسلم: (تضاعف الحسنات يوم الجمعة) .
«Изге ғәмәлдәр йома көн икегә ҡабатлана».
(Табарани; Аль-Авсат)
Был көн бирелгән хәйер башҡа көндәрҙәгегә ҡарағанда нығыраҡ баһалана. Аллаһ Илсеһе былай тиеп әйткән:
«Йома көн бирелгән хәйерҙең баһаһы башҡа көндәргә ҡарағанда юғарыраҡ»