Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
25 Сентябрь 2025, 22:09

Доғанан шайтан да ҡурҡыр

Кәрт менән күрәҙәлек ҡылыу – гөнаһ. Ҡайһы берҙәр быны аңларға теләмәй. Был ҡатын да кәрт һалырға ярата ине. Бынан ул кинәнес тапты. Тик бер көндө уға ен эйәләне...

Сәлимә бер мәлде кәрт менән мауығып китте. Интернеттан уның мәғәнәһен ҡарап өйрәнде. Сихырға ла... Хәйер ул уны сихыр тип тә уйламаны. Мөғжизы тыуҙырам, тип ҡабул итте. 

Бер көн иртән ул төш күрә. Ҙур ғына карап өйөнә етеп килә. Бына ул уның ғына түгел, күрше йорттарҙы ла емереп бөттө. Ә карап артынан ҡурҡыныс шәүлә осоп килә.

Был шәүләнең ҡулында тимер таяҡ. Был таяҡ менән ҡыҙға ҡағылырға ынтылды. Сәлимәнең ҡото осто. Был төш шул тиклем ысынбарлыҡҡа яҡын ине.

Баҫлығып уянып китте. Һис кенә лә ҡабырлай алмай. Эстән генә белгән доғаларын уҡый башланы. 

Икенсе көндө танышына төшөн һөйләне. Дини булған был кеше шайтан эйәләргә теләгәнен аңланы. Шунда уҡ һөйләп тә бирҙе. 

Сәлимә кәрттәрен утҡа ташланы. Үҙе дингә ултырҙы. 

Бына шулай баҫлығып уянған саҡта доға уҡығыҙ. Был мәлдә һиңә шайтан эйәләргә маташыуы ихтимал. 

Бәхетле булығыҙ. 

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас