-14 °С
Болотло
Ғәмһеҙлектең ун билдәһе
1. Fәмәлде, ғибәҙәтте үҙең өсөн генә ҡылыу, доға уҡығанда пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмде, башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе, ата-әсәңде, бүтән мосолмандарҙы онотоу.
2. Ҡөрьән уҡый белә тороп, көн һайын кәмендә йөҙ аят уҡымау.
3. Мәсеткә ингәс, ике рәҡәғәт булһа ла намаҙ уҡымау.
4. Зыярат янынан үткәндә, әруахтарға сәләм биреп, доға ҡылмау.
5. Йома намаҙын уҡымау.
6. Fилемле кешене осратып та, уның ғилемен алмау.
7. Бер мосолман һине саҡырып та, уға бармау.
8. Берәү менән дуҫлашып та, уның исемен белмәйенсә хушлашыу.
9. Үҙең туҡ булып, күршең ас икәнен белә-күрә ризығыңды уның менән бүлешмәү, уртаҡлашмау.
10. Мөмкинлектәр булһа ла, ваҡытыңды файҙаһыҙға үткәреү.
«Ислам әхлағы һәм ғәҙәттәре».