Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
30 Июль 2025, 07:35

Юлдарыбыҙ уң булһын

Хикмәт! Ишембай районының Иҫке Һәйет ауылында Аллаһ йортонан аҙан тауышы ишетелә башлаһа, барлыҡ мал-тыуар мәсет алдына йыйыла, имеш. Аҙан яңғырап бөтһә, малҡайҙар кире таралыша, тиҙәр ауылы кешеләре.

Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға: Биссмилләһи. Тәүәккәлтү ғәләл-лаһи. Үә лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә иллә бил-ләһ. Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән башлайым. Бөтә эштәремде Уның Үҙенә генә тәүәккәлләйем. Уға тапшырам. Ысын ҡеүәт, һәм көс тик Аллаһтан ғына Өйгә ингәндә уҡыла торған доға : Бисмилләһи үәләжнә. Үә бисмил-ләһи харажнә. Үә ғәлә раббинә тәүәккәлнә. Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән өйгә индек. Уның исеме менән генә өйҙән сыҡтыҡ. Бөтәһен дә Раббыбыҙға ғына тәүәкәлләйбеҙ.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас