+4 °С
Болотло
Фытыр саҙаҡаһын биргәндә һәм алғанда уҡыла торған доғалар. Юғалтмаҫ өсөн үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ.
Саҙаҡа биргән кеше:
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим! Раббәнә, тәҡаббәл миннә Иннәкә әңтәс-сәмиғүл-ғәлиим». Йә Раббым!Беҙҙән уны ҡабул ит! Сөнки Һин Ишетеүсе һәм Белеүсеһең. Әмиин!
Фытыр саҙаҡаһын алыусы кеше:
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим! Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү Үә сыйәмәһү, үәстәджиб доғаәһү, Үәғфир ҙунүбәһү, үә әккид иимәәнәһү Үә әкҫир әмүәәләһү, үә үәффиҡһүү ғәләә хайри мәҡаасыйдиһ.
Йә, Аллаһым! (биреүсенең исеме,атаһының исеме әйтелә) фитыр саҙаҡаһын үә ураҙаһын , доғаһын ҡабул ҡыл һәм гонаһтарын ярлыҡа, һәм уның иманын ҡеүәтлә, малдарын арттыр һәм уны хәйерле маҡсаттарына ирештер!