Кешелеккә Илаһи шәфҡәтлелек итеп ебәрелгән бөтөн бәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр ҙә ауырлыҡта ла, еңеллектә лә, хәсрәттә лә, шатлыҡта ла Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеүҙәрен, бағлаған өмөттәрен вә ялбарыуҙарын доға аша башҡарғандар. Уларҙы беҙ үҙҙәренең миҫалында Аллаһ Тәғәләгә мөхәббәт тәрбиәләүсе, хаҡ юлдан әйҙәүсе пак шәхестәр тип беләбеҙ.
Аллаһ Тәғәләгә һыйыныу - тормош ҡануны, Хоҙайға буйһоноуҙың асылы ул. Ерҙә лә, күктә лә бөтөн нәмә илаһи ихтыярға буйһона, һәр ҡайһыһы үҙенең телендә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһен иҫкә ала һәм Уға ялбара. Дөрөҫ дини тәрбиә мөьминдә һәр саҡ доғала булыу теләген уята, сөнки доға мөьминдең йөрәгендә Аллаһ Тәғәләгә алып барыусы юлдың ҡапҡаһына асҡыс булып тора.
Ҡабатлаған һайын доға мөьминдең күңелендә эске тойғолар сифаттар һеңеп ҡала бара, холоҡ-фиғелендәге ыңғай сифаттарҙың береһенә әйләнә. Быны аңлағандар шуның өсөн дә һәр саҡ доға менән йәшәй, сөнки уларҙың доға менән йәшәүҙең мөһимлеген аңлаған йөрәктәре Аллаһ Тәғәләнең ошо изге аяттағы иҫкәртәүен һис онотмай;
Ҡул мәә йәғбә`у бикум Раббии ләу ләә дуғәә`укум.
"Әйт (Мөхәммәт): "Аллаһҡа мөрәжәғәт итмәгән булһағыҙ, Аллаһ һеҙгә иғтибар итмәгән булыр ине" ("Әл-Фурҡан" сүрәһе, 77-се аят)
(Көн дә биреп бара торған доғалар Рамаҙан уғлы Мәхмүт Сами китабынан алынды).