Үлем фәрештәһе – Ғазраил – бер ваҡыт Сөләймән ғәләйһис-сәләм хозурына килә һәм шунда булғандарҙан берәүгә оҙаҡ ҡына ҡарап тора ла сығып китә.
- Эй, Аллаһ илсеһе! Һиңә килгән кеше кем ине?-ти әҙәм.
- Үлем фәрештәһе,- ти пәйғәмбәр.
- Ул миңә бик оҙаҡ текләп ҡарап торҙо, мин уның йәнемде алыуынан ҡурҡам, ҡотҡара күр!-тине кеше.
- Ә нисек ҡотҡара алам?
- Елдәреңә бойор,- ти кеше, - хәҙер үк мине алыҫҡа, Һиндостандың төпкөл бер еренә илтеп ташлаһындар. Бәлки, ул мине юғалтыр ҙа, ҡабат таба алмаҫ.
Елдәренә бойороҡ бирә Сөләймән. Тегеләре уның Һиндостандың төпкөл бер еренә илтеп ташлай. Байтаҡ ваҡыттар үткәс, үлем фәрештәһе тағы ла Сөләймән эргәһенә килеп инә.
- Тәүге тапҡыр килгәнеңдә ниңә тип теге кешегә бик оҙаҡ текләп ҡарап торҙоң?-ти Сөләймән.
- Ул кешенең йәнен миңә алыҫ Һиндостан ерендә алырға бойоролғайны, ә ул бында – һинең эргәңдә ултыра. Аҙаҡ Аллаһ тәҡдире менән елдәр уны шунда илтеп ташланы. Йәнен алып килдем, - тигән Ғазраил.