Йома намаҙына һуңламай, хатта ки алданыраҡ барыу зарур. Шулай уҡ йәйәү килеү хуплана.
Ғөсөл ҡойоноп, хуш еҫле майҙар һибеп, таҙа һәм матур кейемдәреңде кейеп мәсеткә йәйәүләп барыуға бер ни ҙә етмәй. Әгәр инде мәсет алыҫ булһа, бер туҡталыш алдынан булһа ла төшөп ҡалып, яйлап баҫып мәсеткә барып инегеҙ.
Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) күп хәҙистәре бар, шуларҙың ҡайһы берҙәре:
"Йома көнөндә һәр мәсеттең ҡапҡаһы алдында фәрештә тора һәм сират буйынса ғәмәл дәфтәренә был көндө мәсеткә килгәндәрҙең исемдәрен яҙып ала башлай. Мәсеттә имам килеп, вәғәз һөйләй башлағас, фәрештәләр китаптарын ябалар һәм хөтбә тыңларға юлланалар. Шулай итеп, иртәнге сәғәттәрҙә мәсеткә килгәндәргә дөйә менән тиң бүләк бирелә. Һуңыраҡ килгәндәргә - тауыҡҡа тиң бүләк, тағы ла һуңыраҡ - йомортҡа" (Әбү Дауд, Ибн-Мәжә).
"Кем йома көндө иртәнге сәғәттәрҙә ғөсөл ҡылып, йәйәүләп мәсеткә бара һәм бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, йома намаҙын тыңлай һәм намаҙ уҡый, уға мәсеткә барған һайын ураҙа тотоу һәм намаҙ уҡыу өсөн бер йыллыҡ бүләккә тиң әжер бирелә" (Әбү Дауд, Тирмизи, Ән-Нәсәи).