Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
12 Июль , 16:55

Мин ниңә шулай хәйерсе?

тип һораған. Аллаһ: "Башҡаларға бирергә өйрәнмәгәнһең, тимәк", — тигән. Фәҡир: "Үҙемдә булмағанды башҡаларға нисек бирәйем? Минең бит бер нәмәм дә юҡ!" — тигән. Аллаһ әйткән: "Яңылышаһың. Һинең бер нисә ҡиммәтле әйберең бар...

Мин ниңә шулай хәйерсе?
Мин ниңә шулай хәйерсе?

Бер фәҡир кеше Аллаһтан:
"Мин ниңә шулай хәйерсе?" - тип һораған. Аллаһ: "Башҡаларға бирергә өйрәнмәгәнһең, тимәк", — тигән. Фәҡир: "Үҙемдә булмағанды башҡаларға нисек бирәйем? Минең бит бер нәмәм дә юҡ!" — тигән. Аллаһ әйткән: "Яңылышаһың. Һинең бер нисә ҡиммәтле әйберең бар:
- йылмайыу бүләк итерҙәй йөҙөң,
- матур һүҙ һөйләй алырҙай телең,
- башҡаларҙы ла һыйындыра алырҙай йөрәгең,
- әйләнә-тирәләгеләргә яғымлы итеп ҡарай алырлык күҙҙәрең,
- кешегә изге ғәмәлдәр ҡыла алырҙай ҡул-аяҡтарың бар...

Ысынлап та, бер кеше лә хәйерсе түгел. Йыш ҡына әҙ генәнән дә күңел була. Йылмайып ҡараған кеше янында күңел тыныслана. Юҡҡа ғына, йылмайыу — ул саҙаҡа, тимәгәндәр. Мәғәнәле һүҙ, һөйләм дә - йән аҙығы. Аҡыллы кешенең кәңәше - алтындан да ҡәҙерле байлыҡ. Аҡса, мөлкәт бөгөн бар, иртәгә юҡ. Иң мөһиме — рухи ярлылыҡтан һаҡлаһын Хоҙай. Күңелдә бушлыҡ булмаһын. Кешеләргә ҡарата игелекле, мәрхәмәтле булып йәшәргә яҙһын. "Киләсәк ғүмерегеҙҙә, кем генә булһағыҙ ҙа - оло ғалим йә мәшһүр мөхәррирме, яҙыусы йә оҫта һөйләүсе вәғәҙсеме, сауҙәгәр йә бүтән һөнәр эйәһеме, кем генә булһағыҙ ҙа, гүзәл фиғел-ҡылыҡтан бер ҡараш та ситкә сыҡмағыҙ. Гүзәл холоҡ менән аҙ ғына ғилем дә - бик күп, ҡыҫҡа ғүмер ҙә оҙон булыр.

Әлиә Сәлимова

Автор:
Читайте нас: