Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
12 Июль , 12:11

Мәсет һәм йома әҙәбе

-Мәсеткә аяҡ кейемен сисмәйенсә йәки ойоҡбаш (носки) кеймәйенсә инеү ярамай. Был гигиена ҡағиҙәһе ир-егеттәргә лә, ҡатын-ҡыҙҙарға ла берҙәй ҡағыла.-Мәсеткә ингәс ултырыр алдынан ике рәкәғәт мәсет намаҙы уҡыу пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте (Бүхари. Мүслим. Тирмиҙи. Нәсәи. Хәким). Ҡояш сыҡҡан һәм зенитта торған ваҡытта, шулай уҡ икенде намаҙынан алып аҡшам намаҙына тиклем мәсеткә ингәндә мәсет намаҙы уҡылмай (!).-Мәсеттә ҡысҡырып һөйләшмәү (Әбү Дәүд. Нәсәи. Бәйһәҡи).-Намаҙ йәки Ҡөрьән уҡыусы кеше башҡаларҙың тыныслығын боҙмаҫ өсөн әкрен генә уҡырға тейеш.-Намаҙ уҡып торған кеше аша алдынан үтмәү (Бүхари. Мүслим. Тирмиҙи).-Мәсеттә буш, кәрәкмәгән донъя хәлдәре тураһында, ғәйбәт һөйләүҙән тыйылыу (Мүслим).

Мәсет һәм йома әҙәбе
Мәсет һәм йома әҙәбе

* “Мәсжид” (мәсет) һүҙе ғәрәп теленән “сәжәдә” (баш эйеү) ҡылымынан алынған, йәғни мәсет намаҙ уҡый торған урын.
Мәсет Аллаһү Тәғәләнең иң яратҡан урынылыр (Мүслим. Бәззәр).
*** Мәсеткә инеү:
-Мәсеткә тәһәрәтһеҙ инеү хупланмай.
-Инер алдынан доға уҡыу: “Аллаһүммә ифтәх лии әбүәәбә рахмәтикә үәншүр ғәләййә хазәәәьинә рахмәтикә” (Йә Аллаһ, миңә рәхмәт ишектәрен ас һәм рәхмәт хазиналарыңдә сәс) һәм уң аяҡ менән атлап инеү (Мүслим. Әбү Дәүд. Нәсәи. Ибн Мәжжә. Хәким. Бәйһәҡи. Әхмәд).
-Мәсеткә ингәс сәләм биреү, хатта мәсеттә бер кем дә булмаһа ла: “Әссәләмү ғәләйнәә үә ғәләә ғибәәдил-ләәһис-саалихиин” (Беҙгә һәм Аллаһтың хаҡ ҡолдарына сәләм булһын), сөнки мәсеттә күҙгә күренмәгән мосолман булған заттар (фәрештәләр, ендәр) бар.
-Телефон тауышын кәметергә йәки һүндерергә кәрәк.
-Мәсеткә аяҡ кейемен сисмәйенсә йәки ойоҡбаш (носки) кеймәйенсә инеү ярамай. Был гигиена ҡағиҙәһе ир-егеттәргә лә, ҡатын-ҡыҙҙарға ла берҙәй ҡағыла.
-Мәсеткә ингәс ултырыр алдынан ике рәкәғәт мәсет намаҙы уҡыу пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте (Бүхари. Мүслим. Тирмиҙи. Нәсәи. Хәким). Ҡояш сыҡҡан һәм зенитта торған ваҡытта, шулай уҡ икенде намаҙынан алып аҡшам намаҙына тиклем мәсеткә ингәндә мәсет намаҙы уҡылмай (!).
-Мәсеттә ҡысҡырып һөйләшмәү (Әбү Дәүд. Нәсәи. Бәйһәҡи).
-Намаҙ йәки Ҡөрьән уҡыусы кеше башҡаларҙың тыныслығын боҙмаҫ өсөн әкрен генә уҡырға тейеш.
-Намаҙ уҡып торған кеше аша алдынан үтмәү (Бүхари. Мүслим. Тирмиҙи).
-Мәсеттә буш, кәрәкмәгән донъя хәлдәре тураһында, ғәйбәт һөйләүҙән тыйылыу (Мүслим).
-Мәсеттә намаҙ ваҡытының етеүен көтөп ултырғанда бармаҡтарҙы аралаштырып, аяҡтарҙы ҡибла яғына һуҙып ултырыу йәки билгә таянып тороу мәкрүһ (насар) ғәмәл (Әбү Дәүд. Бәйһәҡи). Ә башҡа ваҡытта бармаҡтарҙы аралаштырыу тыйылмай.
-Мәсеткә, бигерәк тә йома намаҙына йәки белем алыу өсөн барғанда, һуған йәки һарымһаҡ ашамау (Бүхари. Мүслим). .
-Намаҙ уҡығанда мәсетте асыу, ә башҡа ваҡытта мәсет мөлкәтенә зарар килеү ҡурҡынысы булғанда бикләү рөхсәт ителә.
-Ҡәбер өҫтөндә төҙөлгән мәсеттәрҙә намаҙ уҡыу ярамай.
-Мәсетте таҙартыу, йыйыштырыу бик сауаплы эш (Тирмиҙи. Нәсәи. Әбү Дәүд. Бәйһәҡи).
*** Мәсеттән сығыу:
-Мәсеттән сығыр алдынан доға уҡыу: “Аллаһүммә иннии әсьәлүкә мин фәҙликәл ғәҙыым” (Йә Рабби, дөрөҫлөктә, мин Һинән оло фәҙыл (өҫтөнлөк) һәм рәхмәтеңдә һорайым) һәм һул аяҡ менән атлап сығыу.
-Мәсеттә булған ваҡытта аҙан ишетеп, етди сәбәп булмаһа мәсеттән намаҙ уҡымайынса сығып китеү ярамай (Мүслим. Әхмәд).
Йома көн: “Әй мөьминдәр, әгәр йома көн йома намаҙына аҙан әйтелһә, эштәрегеҙҙе һәм сауҙаләрегеҙҙе ҡуйып намаҙ уҡырға, вәғәз тыңларға ашығып барығыҙ...” (62:9).
-Йома көн кесе аҙна аҡшам намаҙынан һуң башлана (Бүхари).
-Йома намаҙын мәсеткә барып уҡыу бәлиғ булған һәр бер ир-егеткә фарыз (Әбү Дәүд).
-Ҡатын-ҡыҙға, балаларға, инвалидтарға, ауырыуҙарға йома намаҙына мәсеткә барыу мәжбүри түгел.
-Ҡалала (ауылда) бер нисә мәсет булған осраҡта йома намаҙын иң төп мәсеттә йыйылып уҡыу сауаплы.
(Әминә Ноғоманова-Ғәзизованың “Мосолман өсөн көн дә кәрәк әҡлаҡ ҡағиҙәләре” китабынан)

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: